Санкт-Петербург сәхнәһен дер һелкетеп
Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең “Уралочка” бейеү ансамбле халыҡ-ара конкурста II урын яуланыЯныбыҙҙа өмөтлө, төрлө яҡлап һәләтле йәш быуын үҫеп килеүе һәр кемде ҡыуандыралыр. Башҡорт балаларының үҙ төбәге кимәлендә генә түгел, ә сит өлкә, ил буйынса еңеүҙәр яулауы шатландыра. Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең “Уралочка” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Алтын Пальмира” халыҡ-ара конкурсында II урын яулауы айырыуса һөйөнөслө.