Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Марта 2013, 11:31

БейеҮсе актер

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Урал Әминевтың ижады тамашасыларҙың күбеһенең күңеленә хуш килә. Театрға килеү менән үҙен үҙенсәлекле актер итеп күрһәтте, матур ролдәрҙе башҡарыуға өлгәште. Күптәр уны бейеүсе тип тә белә. Йыш ҡына ошо һәләтен театр сәхнәһендә лә файҙалана.

БейеҮсе актерБейеҮсе актер
БейеҮсе актер


Театрҙа йәш актерҙар тәүҙә бер спетаклдә уйнай. Мәҫәлән, Мәс­кәүҙә әҙерләнгән “Шоколадный сол­датик” спектаклен Өфөгә алып килделәр. Драмтеатрҙа ҡуйылған тәүге пьеса − Арыҫлан Йәнбә­ковтың “Серле көршәк” спектакле. Был әкиәт менән актерҙар сит төбәктәргә, Санкт-Петербург ҡала­һына барып ҡайта. Уралдың бер-бер артлы үҙ ролдәре барлыҡҡа килә. “Минең ғаиләм” спектаклендә – Азатты, “Балаҡайҙарым”да Дамир­ҙы уйнай. Мәскәүҙә эшләгән режиссер, Айрат Әбүшаһмановтың курсташы Нәркәс Искәндәрова ҡуйған “Хәйерле иртә, Эмми” спектаклендә Пол Полок ролен башҡара. Унда Уралға фокустар күрһәтергә кәрәк була. Был иң яратҡан ролдәренең береһенә әүерелә. “Ай тотолған төндә” спектаклендә актер Диуана ролен килештереп уйнай. Был образ, уның хәрәкәт итеү рәүеше ниндәйҙер кимәлдә Урал тарафынан да уйлап табылған. Репетиция ваҡытында, премьераға ике генә көн ҡалғанда ҡотороп тигәндәй төрлө хәрәкәттәр эшләп ултырғанды режиссер күреп ҡалды, ти актер:
− Диуана – саф, камил, бер гонаһ­һыҙ кеше. Был сәхнәлә йомшаҡ, пластик хәрәкәттәр аша күрһәтелә. Әммә күңелең менән дә ошо образды сағылдырырға кәрәк. Диуана кеүек булмаһаҡ та, һәр беребеҙҙең тормошта Мостай Кәримдең Диуанаһы кисергән мәлдәр була. Шуларҙы иҫкә төшөрөп, ҡабаттан күңел аша үткәреп алырға тура килде. Образға инеп китер өсөн Айрат Әхтәм улының кәңәше буйынса “Идиот” фильмын да ҡараным.
− Ғәҙәттә, режиссер ролдәрҙе үҙе тәғәйенләй. Әлбиттә, актер улар­ҙан баш тарта йәки башҡа ролде талап итә ала. Әммә был − бик һирәк күренеш. Шулай ҙа Айрат Әхтәм улы сценарийҙы таратып, актерҙарға һайлау мөмкинлеген дә бирә. “Серле көршәк” спектакле шулай ҡуйылды. Актер үҙе лә автор. ҡараштарын, әйтергә теләгән һүҙен барыбер сәхнәлә сағылдыра ул.
“Руди – never off”та йәш актер билдәле ролдәренең береһен башҡара. Бейеүгә оҫта булғанға күрә Уралға төп образды – Рудольф Нуриевты уйнарға ҡушалар. Был роль өҫтөндә күп эшләргә тура килә. Спектаклдең яңы йүнәлештә ҡуйылыуы ла, бәлки, актерға ҡыйынлыҡтар өҫтәгәндер. Ни тиһәң дә, сәхнәлә бейеүсе тормошоноң иң сағыу мәлдәре күрһәтелә бит. Был спектаклгә Урал ике йыл әҙерләнә.
– Сәхнәләге күренеште фараз итеп ҡабул итергә кәрәктер. Рудольф Нуриевҡа бөгөнгө заман күҙлегенән ҡараш ташлана. Уның хаҡындағы уйҙарыбыҙ сәхнәлә сағылыш таба, − ти актер. – Рудольф Нуриев шәхес булараҡ миңә бик яҡын. Оҡшаш яҡтарыбыҙ ҙа бар. Ул балет училищеһына 17 йәшендә уҡырға инһә, мин дә шул йәштә актерлыҡҡа уҡый башланым. Өҫтәүенә, тап Мәскәүҙә бейеү һәләтемде ҡайтанан үҫтерҙем. Бала саҡта халыҡ бейеүҙәре оҡшаһа, хәҙер классик бейеүҙәр ҙә күңелемә яҡын.

Актерлыҡ серҙәре

Һәр театрҙың үҙ йүнәлеше бар. Драмтеатрҙағы мәктәп Уралдың актер булараҡ асылыуына, үҫешенә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай, әл­биттә. Спектаклдәр яратҡан тамашасы актерҙың сығышынан уҡ ниндәй театрҙа тәрбиәләнгәнен әйтә алалыр. Республикала театрҙар күп булһа ла, тамашасы театр сәнғәтенә әлегә етди ҡарап етмәй, ти Урал:
− Баш ҡалалағы тамашасылар башҡасараҡ. Унда ниндәй спектаклгә барғанын белеп, өйрәнеп киләләр. Беҙҙә иһә тамашасы театрға ял итер өсөн генә килә. Мәскәүҙә тәнҡит көслө, шул уҡ ваҡытта яңы әйберҙәрҙе аңлап ҡабул итәләр. Беҙҙә әле тәжрибәләргә күнегеп өлгөрмәгәндәр. Яҡшы спектакль булһа ла, халыҡтың йөрөмәүе ихтимал. Әммә үҫеш өсөн яңылыҡ кәрәк. Гел генә комедиялар күрһәтеп булмай. Европала иһә хәҙер традицион спектаклдәр ҡуйылмай тиерлек. Беҙҙә тәжрибә һаналған әҫәрҙәр унда классикаға әүерелгән инде.
Күптәр актерҙар хаҡында тормоштан айырылған, хыялдарға бирелеп йөрөгән кешеләр тип уйлай­ҙыр. Был хаталы ҡараш, ти Урал:
− Тормошта йыш ҡына ролдәге һүҙҙәрҙе, шаяртып, телмәребеҙгә индереп ебәрәбеҙ, әммә образдан сыға алмай йөрөгән мәлдәр булмай. ҡыҙыҡлы хәл булып китә. “Бер мәл санаторийҙа...” спектакле менән гастролдә йөрөгәндә санаторийҙа ҡунып яттыҡ. Спектаклдә сюжет буйынса тостар әйтелә, беҙ иһә сәй эсергә төшкәндә, бер-беребеҙгә тостар әйтеп, ролдәге һүҙҙәребеҙҙе ҡабатланыҡ. Ысын­лап та, спектаклдән һуң күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ булғандай. Тик был күренеш башҡа һөнәр эйәләренә лә ят түгелдер.
Ни тиһәң дә, актер кешенең хәтере шәп булалыр, моғайын. Табаҡ-табаҡ ҡағыҙға яҙылған һүҙҙәрҙе, монологтарҙы иҫләргә тура килә бит. Әммә, Урал әйтеүенсә, репетиция ваҡытында һүҙҙәр үҙенән-үҙе күңелгә һеңә бара. Ваҡыт ҡыҫа башлаһа, ятларға тура килә.
− Рудольф Нуриев монологын миңә, ысынлап та, ятларға тура килде. Әммә һүҙҙәрҙе онотҡан хәлдә лә барыбер ни һөйләреңде күҙ алдына килтерәһең. Шулай осона сығаһың. Тик классикала импровизация күренеше ҡабул ителмәй. Һөнәреңә тап төшөрөү кеүек ул.
Ваҡыт үтеү менән тотороҡло күренгән театр сәнғәтенең ҡанундары ла бер аҙ үҙгәреп китеүсәндер, теҙгене бушап ҡалғандай тойолалыр. Хәҙер сәхнәлә үҙеңде тәбиғиерәк тотоу яҡшы күренеш һанала кеүек. Был һыҙат бигерәк тә йәш актерҙарға хас. Урал Әминев та арттырып уйнау яғында түгел, һәр нәмәлә сама кәрәк, ти: “Шулай ҙа күбеһе мәктәптән, режиссерҙан, спектаклдең жанрынан тора. Комедияла арттырып та алырға мөмкин. Роль өҫтөндә эшләгәндә артыҡ ҡыланып алырға кәрәк, сөнки аҙаҡ уйнап еткермәйәсәкһең».
Башҡа театрҙарҙа эшләп ҡарау теләге актерҙың күңеленә инмәүе хәйерлерәк икән. Уға сәхнәлә үҙен иркен тотоу мөһим. Сит театр сәхнәһенә баҫһа, ана шул иркенлек юғала, тимәк. Роль дә килеп сыҡмай. Шуға күрә актер бер театрҙа ни тиклем оҙағыраҡ эшләй, шул тиклем яҡшыраҡ.
− Әммә театр рөхсәт итһә, үҙеңде башҡа сәхнәлә лә һынап ҡарарға мөмкиндер, − ти актер.
Кино сәхнәһендә үҙен һынап өлгөргән дә инде. Бер нисә телевизион фильмда төшкән, “Минең йондоҙом” фильмында төп ролдәрҙең береһен башҡарыуы Мәскәүҙә уҡып ҡына ҡайтҡан осорона тура килә. Уралдың тағы бер нисә курсташы ошо картинала уйнай. Хәҙер төш­һәм, бөтөнләй икенсе төрлө уйнар инем, ти егет.
− Күп күренеште уйнап еткермәгәнмен. Барыбер тәжрибә юҡлығы үҙен һиҙҙертә.
Урал кинола ғына умартасы булып китмәй, бал ҡорттарын бәләкәйҙән ҡарап өйрәнә. Әле лә ата-әсәһе умарта тота.
Ысын актерҙың кинола ла, театр­ҙа ла уйнап танылыу алыу мөмкинлеге бар. Ни генә тимәһендәр, театр залдары буш тормай. Был сәнғәттең киләсәге тормош, заман һулышын тойоп йәшәүенә бәйле, тигән фекерҙә Урал Әминев. Ысынлап та, кешене, йәмғиәтте борсоған мәсьә­ләләр, күренештәр сәхнәлә сағыл­һа, театр ҙа ғүмерле буласаҡ.
Урал Әминев сәхнәлә ниндәй генә ролдәрҙе уйнамаһын, ни тиклем сағыу образдарҙы һынландырмаһын, тормошта үҙ ҡарашы, үҙ йөҙө һәм тауышы ишетелә. Ролдәр аша үҙеңде танытыу, театр битлегендә юғалып ҡалмау ысын актер­ҙар­ға хас сифаттыр.

Мөнир ИҡСАНОВ.
Читайте нас