Быйылғы миҙгелен театр ҡаҙағстанда асып ебәрҙе. ҡаҙаҡ әҙәбиәте классигы, билдәле яҙыусы һәм драматург Дулат Исабәковтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы Алматы ҡалаһында «Исабәков донъяһы» тип исемләнгән халыҡ-ара театр фестивале уҙғарылды. Ижад байрамында Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры «Апай» әҫәре менән сығыш яһаны. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» төп приз һәм Алматыла үткән халыҡ-ара театр фестиваленең махсус дипломы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының мәртәбәһен арттырҙы.
«Автономиялы театр ижадта ғына түгел, матди яҡтан да киңәйҙе. Әйтәйек, Рәсәйҙә, беҙҙән башҡа, артистарына торлаҡ шарттары, эш ваҡытында бушлай ашатыу мәсьәләһен күтәргән театр бөтөнләй юҡ. Унан тыш, йыл да актерҙарыбыҙ ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайта. Был йәһәттән мөмкинлектәрҙе үҫтереүҙә матди ярҙам иткән дуҫтарыбыҙға рәхмәт. Хәҙер һеҙ ҡараясаҡ спектаклде ҡуйыуҙа ла меценаттар оло ярҙам күрһәтте. Ә шулай ҙа иң ҙур ҡыуанысыбыҙ – һеҙ, тамашасылар», – тип тамамланы һүҙен Таһир Искәндәров. Ул «Ғәлиәбаныу»ҙы сәхнәләштергән режиссер, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаеваға ла хөрмәтләп һүҙ бирҙе.
Ике сәғәткә яҡын барған әҫәрҙә тамашасылар актерҙар менән бергә рәхәтләнеп йырланы, мәле менән рәхәтләнеп көлдө, күңеле булғансы ҡушылып иланы.
Бик юғары кимәлдә ҡуйылған, тип баһаланы тамашасы антракт ваҡытында уҡ әҫәрҙе. Спектаклде ҡуйыусылар ҙа, төп ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа, күмәк ролдә уйнаусы бер төркөм йәш актер ҙа бар күңелен биреп тир түккән, тигән һығымтаға килде улар.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының тағы бер гастролдәре тарихта ҡалды. 5 декабрҙә уларҙы тағы, вәғәҙә итеүҙәренсә, «Мәскәү − Васютки» спектакле менән Өфөлә көтөп ҡалабыҙ!
Афарин, стәрлеләр! Алда яңы ижади үрҙәр көтһөн! Артабан да коллектив тамашасыһының баһаһына һәм өмөтөнә тоғро ҡалһын, тип теләйек.
Л. ТАШБУЛАТОВА.