«Юлдаш» яңы исемдәр асты
− ҡайһылай шәп, иҫ киткес күңелле тамаша үтте. Йыр-моң, уйын-көлкө, мауыҡтырғыс бүләктәр... Ысын мәғәнәһендә күңелгә ял, дәрт алып сыҡтым.− Афарин «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәренә! Яңы йырсылар, яңы тауыштар. Бигерәк тә «Сәйер зат» образы ҡыҙыҡ, килештереп уйнай бит әле.− Ә мин уйында ҡатнашып, торт оттом. Үтә шәп байрам! − тип ҡәнәғәтлек менән таралышты халыҡ. Концерт тамам. Әммә күңелдә унан алған тәьҫораттар ҡайнай әле...