Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Сентябрь 2012, 19:33

Миҙгел асыу тамашаһына рәхим итегеҙ!

Бына нисәмә тиҫтә йыл рәттән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сағыу концерттары, ҡыҙыҡлы кисәләре менән сәнғәт һөйөү­селәр­ҙе ҡыуандыра. Һәр концертты тамашасылар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Көтөп алмаҫлыҡмы ни! Һәр көн тиерлек "зәңгәр экран"дарҙа бал­ҡыған билдәле сәхнә "йондоҙҙар"ын ҡул һуҙымы араһында ҡасан күрерһең дә, сихри моңдарына сорналырһың!

Бына нисәмә тиҫтә йыл рәттән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сағыу концерттары, ҡыҙыҡлы кисәләре менән сәнғәт һөйөү­селәр­ҙе ҡыуандыра. Һәр концертты тамашасылар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Көтөп алмаҫлыҡмы ни! Һәр көн тиерлек "зәңгәр экран"дарҙа бал­ҡыған билдәле сәхнә "йондоҙҙар"ын ҡул һуҙымы араһында ҡасан күрерһең дә, сихри моңдарына сорналырһың! Тап шундай са­ғыу "йондоҙҙар" балҡышын 1 октябрҙә филармонияның Ҙур залында осратырға була. Сөнки был көндө филармония 74-се концерт миҙгелен аса. Унда халыҡ араһында киң танылыу яулаған Нәзифә ҡадирова, Фәдис Ғәниев, Римма Амангилдина һәм башҡа артистар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә билдәле "Каруан­һарай" төркөмө лә тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итәсәк. Джаз һөйөүселәргә исеме яҡшы таныш Олег ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестрының сығышы концертҡа үҙенсәлекле бер йәм өҫтәйәсәк. Башҡорт эстрадаһының сағыу "йондоҙҙары" дәртле лә, моңло ла йырҙарын йыр-моң һөйөүселәргә һис йәлләмәй өләшәсәк был кистә.
Читайте нас: