Өфөлә V «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале сиктәрендә халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһы мәҙәниәт министрҙарының Даими советының XXX ултырышы башланды
Ултырышта ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәр – Әзербайжан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркиә, Төркмәнстандың мәҙәниәт министрҙары, шулай уҡ Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Саха-Якутия, Хакасия һәм Молдова вәкилдәре ҡатнаша.
ТӨРКСОЙ ойошмаһы менән Башҡортостан Республикаһының бәйләнештәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үткәндә, Башҡортостан Республикаһы – 1992 йылдан ТӨРКСОЙ ойошмаһының күҙәтеүсе ағзаһы. Ойошманың төп маҡсаты – төрки халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорт мәҙәниәтен донъя кимәлендә танытыу, үҫтереү. 2009 йылдың ғинуарында ТӨРКСОЙ ойошмаһының 15 йыллығы тантаналы рәүештә билдәләнде. Октябрҙә Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үткән Даими совет ултырышында рәсми исеме Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы тип үҙгәртелде. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы – ойошманың иң әүҙем ағзаһы. Республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары ТӨРКСОЙ үткәргән бөтә мөһим сараларҙа ла ҡатнашып, халҡыбыҙ мәҙәниәтен юғары кимәлдә таныта.
Һуңғы йылдарҙа ТӨРКСОЙ ярҙамында З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән Истанбул университеты араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылды, 2010 йыл ошо ойошма сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылы итеп иғлан ителде.
Сарала ҡатнашыусылар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты нигеҙендә ТӨРКСОЙ кафедраһын асыу тантанаһында ҡатнашты.
V «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален асыу тантанаһы Конгресс-холл алдындағы майҙанда башланды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры фестивалдең мәртәбәле ҡунаҡтарына «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын тәҡдим итте.
Фестивалдә төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан 17 театр ҡатнаша, Башҡортостан театрҙары ла үҙ ижадын тәҡдим итә. Спектаклдәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Рус дәүләт академия театры, Өфө «Нур» дәүләт татар театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ.
Фестивалдең икенсе көнөндә Өфө тамашасыларын М. Сеспель исемендәге Сыуашстан дәүләт йәш тамашасылар театры һәм Әзербайжан Республикаһының Гянджа дәүләт драма театры спектаклдәре көтә. Шул уҡ көндө М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры «Мәскәү – Васютки» спектаклен ҡуясаҡ. Бынан тыш, фестивалдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфө «Нур» дәүләт татар театры үҙҙәренең ижадын тәҡдим итәсәк. Улар конкурстан тыш сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең республика исеменән берҙән-бер ҡатнашыусы – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Был юлы театр коллективы Мостай Кәрим пьесаһы буйынса Айрат Әбүшаһманов ҡуйған «Ай тотолған төндә» трагедияһын күрһәтәсәк.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә танылған ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара уҙасағы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Педагог, актер һәм йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙа.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.