Бөтә яңылыҡтар

“Темәс” төркөмөнөң икенсе дискыһы сыҡты!

“Темәс” уҙған быуаттың һуңғы йылдарында республика кимәлендә шаулап, башҡорт йәштәре күңелен арбаған төркөмдәрҙең береһе булғайны. Ул Илдар Абдуллин етәкселегендә 1993 йылдың майында төҙөлә һәм 1994 йылда уҡ “Урал моңо” фестивалендә дипломант була. Тағы ике йылда Сибай ҡалаһында үткән поп-рок фестивалендә беренсе урын яулай. Төркөм, башлыса, Илдар Абдуллин ижад иткән йырҙар­ҙы башҡара. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ та үҙен танытып өлгөрә – 2007 йылда Күмертауҙа республика һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында – беренсе, Учалы ҡалаһында Марс Латипов иҫтәлегенә арналған ошондай уҡ конкурста икенсе урын ала.

“Темәс” төркөмөнөң икенсе дискыһы сыҡты!
“Темәс” төркөмөнөң икенсе дискыһы сыҡты!

“Темәс” уҙған быуаттың һуңғы йылдарында республика кимәлендә шаулап, башҡорт йәштәре күңелен арбаған төркөмдәрҙең береһе булғайны. Ул Илдар Абдуллин етәкселегендә 1993 йылдың майында төҙөлә һәм 1994 йылда уҡ “Урал моңо” фестивалендә дипломант була. Тағы ике йылда Сибай ҡалаһында үткән поп-рок фестивалендә беренсе урын яулай. Төркөм, башлыса, Илдар Абдуллин ижад иткән йырҙар­ҙы башҡара. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ та үҙен танытып өлгөрә – 2007 йылда Күмертауҙа республика һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында – беренсе, Учалы ҡалаһында Марс Латипов иҫтәлегенә арналған ошондай уҡ конкурста икенсе урын ала.
2006 йылда төркөмдөң тәүге дискыһы сығып, тиҙ арала таралып та бөттө. Унда Илдар Абдуллин яҙған йырҙар ғына индерелгәйне. Әле ошо көндәрҙә генә “темәс”тәр тағы бер ҡыуаныслы мәл кисер­ҙе – икенсе дискыларын ҡулдарына алды. Етәкселәре менән әңгәмә төркөм һәм яңы диск хаҡында булыр.

− “Темәс” төркөмө ағзалары менән таныштырып үтегеҙ әле...
− Беҙҙең элекке составта Темәс ауылы егеттәре − Ирек Санъяров, Айҙар Тулыбаев, Илфат Мырҙабулатов, Айҙар Ишемғолов, Рафаэль Рәсүлев, Рәмзин Әбсәләмов һәм мин булһаҡ, ваҡыт үтә килә состав яңырҙы: һуңғылары таралды, яңы ағзалар өҫтәлде. Улар – Айбулат Ахунйәнов, Динар Санъяров, Венер Ирназаров, Нияз Исчурин.

− Диск ҡайҙа сыҡты һәм нисек атала? Унда ҡасан яҙылған йырҙар ингән һәм ул тәүге дискынан нимәһе менән айырыла? Тиражы хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
− “Үҙенең йырҙары менән “Темәс” төркөмө” тип аталған диск Өфөлә “Моң” студияһында 500 данала сыҡты. Тәүге диск тик үҙемдең генә ижад иткән һәм башҡарған йырҙарҙан торһа, бында Динар Санъяров, Айбулат Ахунйәнов, Илфат Мырҙабулатов, Ирек Санъяров, Нияз Исчурин башҡарыуындағы йырҙар ҙа ингән. Йырҙарҙың автор­ҙары ла – Д. Санъяров, И. Санъяров, И. Мырҙабулатов, Р. Рәсүлев һәм мин.

− Дискының йөкмәткеһе хаҡында ла белге килә...
− Унда 20 йыр ингән. 1997 йылда яҙылып та, халыҡ ишетмәгәндәре һәм яңылары ла бар. Темаһына килгәндә, Башҡортостан, тыуған яҡ, әсәй, мөхәббәт, иман, милли ғорурлығыбыҙ булған Салауат Юлаев тураһындағы һәм рок, поп, Көнсығыш стилендәге йырҙарҙы ишетергә мөмкин.

− Аранжировканы кем эшләне? Үҙегеҙҙең студияғыҙҙы асырға уйламайһығыҙмы?
− Беҙ студия төҙөнөк, тик әле эшләнеп бөтмәгән. Үҙебеҙҙең йырҙар­ҙы шунда яҙҙырабыҙ. Диск өсөн аранжировканы Илшат Абдрахманов эшләне. Яҙҙырыу өсөн бер ай самаһы ваҡыт китте.

− Диск сығарыу еңел эш түгел. Бағыусығыҙ кем булды?
− Яҙ айҙарында класташым, эшҡыуар Радмир Ирназаров килеп, дискыбыҙҙы сығарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамын тәҡдим итте. Бер генә йырҙы яҙҙырыу 10 мең һум тора. Ул беҙҙең өсөн 200 мең һум аҡсаһын йәлләмәне, Өфөлә студияла яҙҙырған осорҙа туҡланыу, торлаҡ өсөн дә сығымдарҙы бер һүҙһеҙ ҡапланы.
Радмир − “Ирназаров” шәхси предприя­тие­һы хужаһы, Сәксәйҙә үҙенең пилорамаһы бар, ағас менән шөғөлләнә. Ул Темәс ауылына нигеҙ һалыусы Темәс Илекәев нәҫеленән.
Класташым Темәс ауылын ғына түгел, районыбыҙҙың мәҙәни һәм спорт тормошон үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә: уның ярҙамы менән Темәстә ике күпер төҙөлдө, Әмин мәсетен һалышты, район һабантуйына ул биргән материалдарҙан сәхнә эшләнде. Спортсы булараҡ, йыл һайын Ирназаров кубогына волейбол буйынса район конкурстары, Темәс эшҡыуарҙары араһында хоккей ярыштары үткәрә, приздар алыуға киткән сығымды үҙе ҡаплай.
ҡатыны Раушания менән ике бала үҫтерәләр. Улар ҙа, ата-әсәләре кеүек, йыр-моң ярата, тырыш. ҡыҙҙары Лилиә Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия интернатында белем ала. Улдары Венер ҡурайҙа оҫта уйнай, беҙҙең төркөмдә йырлай. Бына шундай шәп ғаилә бар беҙҙең Темәс ауылында. Шундай класташым булыуына ҡыуанам.

− Төркөмөгөҙ бөгөн ниндәй пландар менән йәшәй?
− Март – апрель айҙарында үҙебеҙҙең район буйлап гастролдә йөрөгәйнек, тиҙҙән Бөрйән районына сығырға йыйынабыҙ. Киләсәктә тағы ла дискылар сығарырбыҙ тип уйлайбыҙ. Сөнки был дискыға ла инмәй ҡалған байтаҡ йырҙарыбыҙҙы халыҡҡа ишеттерәһебеҙ бар әле.

− Һеҙгә артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: