– Һаумы, апай!
– И-и-и, ҡустым ҡайтҡан даһа...
Бына шундай ҡыуаныслы күрешеүҙәр, ҡосаҡлашыуҙар менән башланып китте райондағы иң ҙур башҡорт ауылының 310 йыллыҡ юбилейы.
Изге йола буйынса, ҡунаҡтарҙы ауыл осонда уҡ әйҙүкләп ҡаршыланылар. Оҙон юлдан талсығып килеүселәрҙе «Урал» ПКС-ы бинаһы алдында әҙерләнгән өҫтәл көтә ине. Милли аштарҙы тәмләп, самауыр сәйен эсеп, хужалыҡ уңғандары бешкән ҡымыҙҙы ауыҙ иткәндән һуң бөтәһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арнап ҡуйылған стелаға йүнәлде. Ил тыныслығы өсөн башын һалған ауылдаштарын иҫкә алып, сәскәләр һалдылар.
Байрам үтәсәк төп ялан иртә таңдан ашҡынып яҡташтарын ҡаршыларға әҙерләнә. Береһенән-береһе матур тирмәләр тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. ҡунаҡтар ҙа байрамды тирмәләр менән танышыуҙан башланы. Был йәһәттән ауылдағы предприятиелар ныҡ тырышҡан.
Тәүге тирмәне Сермән амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйған. Улар ҡунаҡтарҙы йыр менән ҡаршы алды. Тирмәләрендә боронғо көнкүреште сағылдырыуға айырыуса иғтибар бүленгән.
Сермән мәктәбе лә һынатманы, улар үҙҙәренең спорттағы ҡаҙаныштарын күрһәтте.
Ауылдағы ветеринария участкаһы бәләкәй учреждение булһа ла, хеҙмәткәрҙәре һынатманы, бөтә фантазияларын эшкә еккән: яһалма күлен дә эшләгәндәр, тере ҡуяндар ҙа килтергәндәр.
Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә тирмәләренә ингән ҡунаҡтарҙы йыр менән сәләмләне. Уларҙың сығышынан илһамланған яҡташыбыҙ Хәмзә Хажи Әкбәр һигеҙ малайға һәм һигеҙ ҡыҙға матур бейеү кейеме бүләк итергә вәғәҙә бирҙе. Балаларҙың ҡул эштәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ә «Урал» ПКС-ы тирмәһенең ауыл хужалығы предприятиеһыныҡы икәнлеге күренеп тора ине: унда ҡымыҙ, сепарат ҡуйылған һәм йәйләүҙәге кеүек ябайлыҡ өҫтөнлөк итә. Ауыл мәҙәниәт йорто тирмәһе йыр-бейеү менән ҡаршы алды, «Хәтирә» фольклор ансамбле сығышы уны тағы ла балҡытып ебәрҙе.
Тирмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң сараның төп өлөшө сәхнә янында дауам итте.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына килгән ҡунаҡтарҙы һәм ауылдаштарын тәбрикләп, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов: «Бөгөн беҙ уңыштарыбыҙ менән уртаҡлашырға, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә йыйылдыҡ. Шулай уҡ ҙур ҡыуанысыбыҙ бар: 10 майҙа Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Анатольевич Медведев Иҙел ауылын асыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы», – тигән һөйөнөслө хәбәрҙе лә еткерҙе.
Сермәндәрҙе оло йыйындары менән ҡотларға Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы В. Миронов та килгәйне. «Тыуған көн – ул айырыуса әһәмиәтле байрам. Кеше өсөн тыуған ерҙән дә ҡәҙерле ер юҡ. Сермәндең тарихын һеҙ яҙҙығыҙ, уның үҫешенә ҙур өлөш индерҙегеҙ. Ауыл халҡы бер ваҡытта ла еңел тормош менән йәшәмәне. Әммә һеҙ бар ауырлыҡтарҙы еңеп, уңыштарға ирешәһегеҙ, Сермәндең сәскә атыуына ҙур өлөш индерәһегеҙ. Киләсәктә лә шулай булһын», – тине Владислав Геннадьевич.
Шулай уҡ сермәндәрҙе район советы исеменән уның секретары Камил Йосоп улы Хөбөтдинов тәбрикләне һәм Сермән ауылының данлыҡлы улы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы ағзаһы, ике саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Мөхәммәт Хәҙис улы Харрасовҡа Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелеүе хаҡында хәбәр итте һәм хөрмәтле ҡунаҡҡа таҫма таҡты.
Мөхәммәт Хәҙис улы: «Наградаларым күп, әммә иң сағыуы ошо исемгә лайыҡ булыуымдыр. Был исемде оло ғорурлыҡ менән йөрөтәсәкмен», – тине.
Район етәкселеге ауыл тормошонда, шулай уҡ байрамды ойоштороуға ҙур өлөш индергән Ғафар Ғәлиуллин, Таһира Иҙрисова, Айгиз Исмәғилев, Закир Мәғәфүров, Гөлнур Мусина, Ғәлим Хәйернуров, Рәүф Хәлитов, Мостафа Харисов, Рәшит Йәнгиров, Наҡия Шакирова, Фәнисә Йәмилеваларға, 58-се автомобиль заправкаһы станцияһы коллективына, «Белорет урмансылығы» дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Арыҫлан Мырҙагилдинға район советының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ә Флүрә Мирғәлина, Динара Ишмөхәмәтова, Мәҙинә Абдуллина, Рәмзиә Мамедова «2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалын алып ҡыуанды.
Артабан һүҙ оҙаҡ йылдар Сермән ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән, бөгөн иһә ветерандар советын етәкләгән Солтан Мосауир улы Сиражетдиновҡа бирелде. Хаҡлы ялда булһа ла, ауылдаштары яҙмышы өсөн янып йөрөгән уҙаман мәсет төҙөүгә аҡса йыйыуҙары, шулай уҡ яңыраҡ донъялары янып ҡазаланған ике ғаиләгә ярҙам йыйыу буйынса иҫәп асылыуы тураһында һөйләне.
Сараны алып барыусы Гөлнур Мусина Сермәндең тарихына байҡау яһаны һәм ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнгән «Хәтирә» фольклор ансамблен сәхнәгә саҡырҙы. Беренсе Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабалары юлынан Парижға барып ҡайтҡан «Хәтирә» инәйҙәре ошо темаға тарихи йыр башҡарҙы.
Ил яҙмышының һәр үҙгәрешен, һәр ауырлығын үҙ иңендә татыған, ә үҫешенә тос өлөшөн индергән милләттәштәребеҙ араһында сермәндәр ҙә ҙур урын биләй. Республикаға өс халыҡ комиссары биргән, күп ғалим, уҡытыусы-табип, ғөмүмән, алдынғы ҡарашлы кешеләр тыуған Сермәндең тарихын бер көндә генә байҡап бөтөү мөмкин дә түгел. Әммә ауылдаштары уларҙы мөмкин тиклем телгә алырға тырышты.
Сығыштар, бүләкләүҙәр ҡурай, дәртле бейеү һәм йыр-моң менән аралаштырып алып барылды. Халыҡ спорт ярыштарында ҡатнашып, «иң-иң»дәр лайыҡлы бүләктәрен алды.
Айытбай Зәбир улы тирмәләргә приздар тапшырҙы. Һуңғы айҙа ҡауышҡан ике йәш ғаилә лә тәбрикләнде. Ауылдың иң оло кешеһе – 96 йәшлек Ғәрифә Усман ҡыҙы Шәйәхмәтоваға һәм иң бәләкәй гражданы Айнур Айрат улы Исламовҡа ла (ғаиләләрендә бишенсе бала булып тыуған) иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Баҡсаһында төрлө сәскәләр үҫтергәне өсөн Рима Усманова, ә Ирина Исламова иң күп бала тәрбиәләгәне өсөн (һигеҙ бала) бүләк алып ҡыуанды. Ғафар Ғәлиуллин 26 быуынына тиклем шәжәрәһен төҙөгән, быға өс йыл ваҡыт сарыф иткән. Тамырҙарын юллаусы Ғафар ағайҙың да хеҙмәте билдәләнде.
Ауылдың биҙәге – уңған, егәрле кешеләр һәм уларҙың матур йорттары. Сермәндә лә дәртләнеп, сәмләнеп йорт төҙөп йәшәүсе ғаиләләр күп. Был юлы Гүзәлиә Ғаззалованың, Хәлит Ғәлиуллиндың, Ринат Ялмырҙиндың өйҙәре өлгөлө тип табылды. Тыуған көндәре 6 июлдә булған алты кеше өсөн икеләтә байрам булды, был көндә уларҙы айырым бүләкләп үттеләр.
Сермән – төрлө шәхестәр биргән ауыл. Был донъяла үҙ урынын, тәғәйенләнешен тапҡан ауылдаштары менән сермәндәр лайыҡлы ғорурлана. Бына улар сәхнә түренә үтте. Берәүҙәре ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны, икенселәре бүләктәр тапшырҙы. Мөхәммәт Харрасов янғында зыян күргән ике ғаиләгә 50 мең һум аҡса бирәсәген белдерҙе, ә Белорет стоматология поликлиникаһы етәксеһе Наил Бикбаев мәсет төҙөүгә 10 мең һум аҡса бирҙе.
– Сермән ауылы кешеһе булып китеүемә 20 йыл, – тип шаян телмәр менән сығышын башланы осрашыуҙың оло ҡунаҡтарының береһе Хәмзә Ғәлләмов. Ул быйыл мәсеттең ҡыйығын яптырып ҡуйырға, ә икенсе йыл төҙөп бөтөп, тапшырырға йыйыныуын, юл сатында урынлашҡан изге йорттоң киләсәктә юлға сығыусыларҙы оҙатып, ә килеүселәрҙе сәләмләп ултырасағы, шулай уҡ Сермән ауылы һәр саҡ етәкселәрҙән уңыуы һәм хакимиәт башлыҡтарының йүгереп йөрөп эшләүенән ҡәнәғәт булыуы тураһында һөйләне.
Тантаналы өлөштән һуң сәхнә түре һәүәҫкәр артистарға бирелде, теләгән һәр кемгә йырлап-бейеү мөмкинлеге тыуҙырылды.
Осрашыуҙа оҫталар күргәҙмә лә ойошторҙо. Улар йыйған төрлө техника ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Оҫта ҡулдар» конкурсында I урын Хәҙис Шәғәлинға бирелде. II урынға – Рәмис Заһретдинов һәм Рәис Шәғәлин, III урынға Ринат Әхмәтов һәм Рәмил Хамматов лайыҡ булды.
Сарала ҡатнашыусылар ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.
Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә Сермәндең данлы улы Заһир Исмәғилев яҙған «Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?» йыры байрамдың төп гимны булып яңғыраны. Уны данлы «Хәтирә» ансамбле башҡарҙы. Матур һәм йәнле осрашыуҙан һуң ялан тынып ҡалһа ла, йыр һәр кемдең күңелен тирбәлтте, хәтирәләр диңгеҙендә йөҙҙөрҙө. Эйе, Сермән ауылының сере әле лә асылып бөтмәгән, уны киләсәк быуын тағатыуын дауам итер.
Мөхәммәт Хәҙис улы Харрасов, Белорет районының һәм ҡалаһының почетлы гражданы:
– Сермән кеүек ауылдар һирәк. Бай тарихлы халҡым француздарға ҡаршы һуғышҡан, Япония һуғышынан да ситтә ҡалмаған. Ауыр йылдарҙан һуң емерелгән хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күренекле кешеләре ҙур өлөш индергән. Быға Сермәндә мәктәп асылыуы ла булышлыҡ итә. Аслыҡ йылында балалар йорто булыуы күптәрҙе үлемдән ҡотҡарҙы. Балалар йортонан да күренекле шәхестәр сыҡты. Мәҫәлән, Арыҫлан Мөбәрәков.
Беҙҙең мәктәп кадрҙар әҙерләү үҙәге булды. Закир Вафин, Ғүмәр Хәсәнов, Рифҡәт һәм Әкрәм Мулдашевтар, Шафиҡа Әйүп ҡыҙы, Менәүәрә Әфтәх ҡыҙы, Миңнур Фәсхетдин ҡыҙы, Райза Камал ҡыҙы, Тайфур Намаҙбай улы, Тамъян Мөхәммәт улы. Уҡыу-уҡытыу традицияларына эйә булған мәктәп донъяға танылған шәхестәр сығарған. Замандаштар араһында Эрнст Мулдашев, Рәис Сөләймәновты иҫкә алыр инем.
Йәнйегет, Зариф, Солтан ағай кеүек хакимиәт башлыҡтары эшләүе ауылдың ыңғай яҡҡа үҫеүенә булышлыҡ итте. Камил, Ислам ағайҙарҙың рәйеслеге иҫтә ҡалған.
Сермәнде үҫтереүгә беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҙур өлөш индерҙе. Хәҙерге етәксебеҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов та һәр башланғысты күтәреп тора.
Сермәндең киләсәге уңышлы буласаҡ!
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.