Бөтә яңылыҡтар

«Осҡон»дар осҡон сәсрәтә!

Сәхнәлә күбәләктәй өйрөлөп бейегән һылыуҙар, өлгөлө балалар бейеү ансамбле «Осҡон»доң ҡыҙҙары, һауанан яһалған һымаҡ ине. Уларҙың аяҡтары ла ергә теймәгәндәй – осоп ҡына йөрөй­ҙәр! Инде һуңғы аккорд яңғырап, бейеү тамамланғас, фәрештәләй күренгән нәфис ҡыҙҙар тамашасылар­ға ихлас йылмайыу бүләк итеп, аяҡ остарында ғына бер-бер артлы шаршау артына инде... һәм шунда уҡ, өҫтәренә гер таҡҡандай, ауыр эш эшләп өйрәнгән ауыл ҡыҙҙарына ғына хас дөпөлдәтә баҫып, алпан-толпан атлап китте.

«Осҡон»дар осҡон сәсрәтә!
«Осҡон»дар осҡон сәсрәтә!

– Сығарылыш уҡыусыларының күптәре мәктәптән һуң Белорет педагогия колледжына, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына уҡырға бара, – ти мәктәп директоры Муса Бирғәлин. – Хәйер, ҡайҙа барһалар ҙа, яҡшы уҡыған бейеүсе һәм спортсы балаларыбыҙҙы ҡуш ҡуллап алалар.
Ансамблдә ун йыл эсендә тиҫтәләрсә бала шөғөлләнгән (барыһы ла тик Баттал ауылынан ғына)! Әлеге ваҡытта 7 йәштән 14 йәшкә тиклем ҡырҡ бала бейей. Иң бәләкәстәрҙе бейеү серҙәренә йәш хореограф Альбина Әһлиева өйрәтә. «Осҡон»доң репертуарында төрлө милләт бейеүҙәре, әммә үҙәктә, әлбиттә, үҙебеҙҙекеләр – балалар Фәйзи Ғәскәров, Рәйес Низаметдинов, Йәүҙәт Ишбирҙин, Миңләхмәт Зарипов ҡуйған композицияларҙы яратып башҡара. Һаманғаса «Ләйсән»дә бейегән Айбулат Әһлиевты ансамбль юбилейы менән тәбрикләргә үҙенең ҡарлуғастары ғына түгел, өлкән иптәштәре Ринат Жамалов, Миҙхәт Алсынбаев, Салауат һәм Закир Ғариповтар ҙа килгәйне. Улар бергәләп Рәйес Низаметдинов ҡуйған «Фронтовиктар» бейеүен тамашасыларға бүләк итте. Бәлки, Айбулат үҙе лә бейегәнгә, камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамағанға, тәрбиәләнеүселәре лә остаздарын һынатмаҫҡа тырышалыр. Иң һуңғы еңеүҙәре – «Еҙ үксә» IV республика конкурсында гран-при яулауҙары.
...1932 йылда Мәскәү хореография техникумына балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Фәйзи Ғәскәров барып эләгә. Уны бөйөк Игорь Моисеев уҡыта. Һуңғараҡ ул һәләтле башҡорт егетен СССР Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә солист һәм үҙенә ассистент итеп саҡыра. Ләкин баш ҡалала бер ни тиклем эшләгәндән һуң Ғәскәров тыуған яғына ҡайтыуҙы хуп күрә һәм Өфөлә башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора. Аҙаҡ, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, ансамбль менән хушлашырға мәжбүр булған балетмейстер Әбйәлил һәм Учалы райондарында ла бейеү коллективтарына нигеҙ һала. Миҙхәт Алсынбаев, «Осҡон» – ул «Ләй­сән»­дең бер осҡоно, ти икән, тимәк, төпкөл ауыл сәхнәһендә бейегән балаларға бөйөк Игорь Моисеев менән Фәйзи Ғәскәровтың да рух осҡоно сарпылған...
Читайте нас: