Башҡортостан менән Татарстан йыл һайын, береһен-береһе уҙҙырырға тырышып, үҙҙәренең ҡаҙанышын күрһәтергә тырыша. Бер майҙанда күршеләр сығыш яһаһа, башҡорт ауылында − беҙҙекеләр. Ә беҙҙең делегация иң аҫыл йырсы-бейеүселәребеҙҙе туплағайны. Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры, Стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү театры артистарының сығышын Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе халҡы рәхәтләнеп ҡараны. Ошоғаса йәшәп, шул хәтле «йондоҙ»ҙарҙы туплаған концертты беҙҙең дә тәүгә күреүебеҙ ине. Исемдәрен дә атап тормайым, сөнки береһен атап, икенсеһен төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡам.
Һабантуй спорт ярыштарыһыҙ ҙа үтмәне. Бынан тыш, ҡунаҡтар Әбйәлил һәм Туймазы райондары ҡорған ысын башҡорт тирмәләре менән таныша алды.
А. ХӘСӘНОВ.
Автор фотолары.