Байрамға бөтә республиканан халыҡ йыйылды. Һәр ауыл советы үҙенең тирмәһен ҡорҙо. Башҡорт шәжәрәләре лә бик сағыу итеп күрһәтелгәйне. Әлкә ауыл советы тирмәһе республика етәксеһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Президентҡа башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың шәжәрәһен ентекләп һөйләп бирҙеләр. Артабан Рөстәм Зәки улы Арҡауыл ауылының тирмәһе менән танышты. Бында Рөстәм Хәмитов үҙҙәренең алтын туйын билдәләүсе Нәфрүзә һәм Ғәтиәт Казневтарҙы оло байрамдары менән ҡотланы. «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсында еңеү яулаусы Көҫәпәй ауылы тирмәһе лә Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, Рөстәм Хәмитов Салауат районының республикабыҙҙа иң әһәмиәтле райондарҙың береһе булыуын билдәләне.
– Салауат районы – Салауат Юлаевтың тыуған ере, күренекле шағирҙар, музыканттар, яҙыусылар төйәге. Таланттарға бай яҡтың ауыл эшсәндәре ауыр шарттарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл да улар яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сыҡты.
Рөстәм Хәмитов Рәшит Аҡбашев менән Риф Вәхитовҡа «Салауат районының почетлы гражданы» исемдәренең таныҡлыҡтарын тапшырҙы.