-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Башҡортостанда үткән йомала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре асылды. Сара 29 майға тиклем дауам итәсәк.Республика район-ҡалаларында конференциялар, күргәҙмәләр, концерт, ижади кисәләр һәм башҡа күп кенә тамашалар үткәреү күҙаллан­ған.

Башҡортостанда үткән йомала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре асылды. Сара 29 майға тиклем дауам итәсәк.
Республика район-ҡалаларында конференциялар, күргәҙмәләр, концерт, ижади кисәләр һәм башҡа күп кенә тамашалар үткәреү күҙаллан­ған.
Башҡорт дәүләт университетында асылған поляк мәҙәниәте көндәре Башҡортос­танда эшләп килеүсе поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенә 15 йыл тулыуға, республикалағы маҡсатлы йылға һәм Польшалағы Януш Корчак йылына арналды. Артабанғы сараларға Польшанан делегация килеүе лә ихтимал.
Башҡортостан украиндары ла төрлө саралар ойоштора башланы. Краснокама райо­нының Николо-Березовка ауылында «Как на Каме, на реке» фольклор байрамына әҙерлек ҡыҙа. Ул 19 майға тәғәйенләнгән. Бәләбәйҙә иһә «Урал батыр» милли мәҙәниәттәр үҙәгендә ижади коллективтар концерты, Архангел ауылында рус йыры конкурсы көтөлә. Республикала йәшәүсе белорустар ҙа маҡсатлы көндәрҙе әүҙем эштәр менән ҡаршылай. Иглин районында эшләүсе «Балтика» белорус тарихи-мәҙәни үҙәге бай тематик программа әҙерләгән.
Читайте нас: