Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан – Мәскәү: дуҫлыҡ нығый

Апрель аҙағында Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре уҙҙы. Был ваҡиғаны ысын мәғәнәһендә мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға тип әйтеп була. Әлеге сарала төрлө осрашыуҙар, ултырыштар, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙең һаны булманы тиергә мөмкин. Башҡортостан көндәре асылыу менән Рәсәйҙең Ҙур театры менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошоға ярашлы, республикабыҙ Ҙур театр менән мәҙәниәт өлкәһендә проекттар эшләү, уларҙы бойом­ға ашырыуҙа, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә, гастроль эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк.

Башҡортостан – Мәскәү: дуҫлыҡ нығый
Башҡортостан – Мәскәү: дуҫлыҡ нығый

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иһә, республика өсөн дә, Мәскәү өсөн дә әлеге Башҡортостан көндәренең әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, бәйләнештәрҙең нығыуына ышанысын белдер­ҙе, Мәскәү Хөкүмәте етәкселегенә рәхмәт әйтте. Ошо осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе булып, мәскәүҙәрҙең дә беҙгә маҡсатлы сара менән килеүе ихтимал.
Башҡортостан көндәре барышында Мәскәүҙә республиканың сәнғәт оҫталарының концерты ла булды. Халыҡ-ара Музыка йорто алдында Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары төҙөгән башҡорт ихаталары янында ла халыҡ мыжғып торҙо. Бында килеүселәрҙе ҡымыҙ, ҡаҙы, бауырһаҡ һәм башҡа башҡорт милли аш-һыуы менән ҡаршыланылар.
Рәсәй Фоторәссамдар союзында “Тирә-яғыбыҙҙағы донъя” тигән күргәҙмә лә асылып, унда ойошманың Башҡортостан бүлеге, «Ағиҙел» кинофотоклубы ағзаларының һәм беҙҙә эшләүсе сит ил рәссамдарының 60-ҡа яҡын ижади эше ҡуйылғайны.
Бынан тыш, мәскәүҙәргә Башҡортостан ижадсыларының фильмдары, спектаклдәр тәҡдим ителде.
ҡыҫҡаһы, башҡортостандар ҙур маҡсаттар менән барып, алға ҡуйылған бурысты үтәп, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙға рухи бүләк яһап, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар билдәләп ҡайтты.
Читайте нас: