Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Апрель 2012, 15:15

Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул

Бейеү... Сәнғәттең был өлкәһе һәр ваҡыт серле, мауыҡтырғыс донъя булып күренә. Танылған бейеүселәребеҙ – Рәшиҙә Туйсина, Радмир Бәҙретдинов, Зөлфиә ҡудашева, Риф Ғәбитов һәм башҡалар тормошобоҙҙо биҙәр өсөн генә килгән илаһи заттар кеүек. Республикала ун йыл элек тағы бер бейеү йондоҙо ҡабынды. Ул – Баймаҡ егете, бихисап республика конкурсы лауреаты Рафаэль Сәғитов. Байрам алдынан уның менән ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул
Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул


– Мәктәптән һуң тура хеҙмәт юлын башлағанһың... ҡурҡыныс булманымы?
– Эйе, тура ансамблдә эшләй башланым. Әммә бында оҙаҡ эшләргә яҙманы – Сибай филармонияһына эшкә күстем. Бында ла ике-өс ай ғына эшләгәйнем, “Далан” төркөмө етәксеһе Артур Туҡтағолов үҙҙәренә саҡыра башланы. Гран-при алғас та, ул мине саҡырып, бер нисә тапҡыр гастролгә сығып килергә өлгөргәйнек. Өфөгә килһәм, “Далан” төркөмөнөң афишаларында минең исемем тора. Улар менән ял көндәрендә сығыш яһаным. Филармония директоры ул саҡта Зинфира Әбделмәнова ине. Артур ағай мине уның янына алып килде. Ул ышаныр-ышанмаҫ ҡараны ла: “Ю-уҡ, урамдан килеп ингән кешене эшкә алмайым, етмәһә, белеме лә юҡ”, – тип ҡырҡа ҡаршы төшөп, тыңларға ла теләмәне. Артур ағай, ныҡышып, уны кискеһен үтәсәк концертҡа саҡырҙы. Унда исемдәре киң билдәле артистар араһында мин “Циалковский”ҙы бейенем. Залда – овация! Үҙем аптыраным хатта. Иртәгәһенә ингәйнем, Зинфира Тимерхан ҡыҙы мине ҡушҡуллап эшкә ал­ды. Сибайға ҡайтып, саҡ эштән сығып, Өфөгә кире юлландым. Яңғыҙ бейеү буйынса карье­рам шунда башланды.

– Яңғыҙ бейеүҙәргә ҡарағанда дуэттар менән нығыраҡ танылғанһыңдыр, моғайын. Нисә партнер алмаштырҙың һәм кемеһе менән бейеү нығыраҡ оҡшаны?
– Партнерҙарым – Раушания Хәбибуллина, Әлиә Нурғәлиева, Айгөл Мөтиғуллина, Юлиә Ғәбитова... Мин “Каруанһарай” студияһына эшкә күскәс, унда Юлиә менән ете йылға яҡын парлы бейеүҙәр башҡарҙыҡ. Әлбиттә, барыһы менән дә яҡшы ғына бейенек, әммә Юлиә менән бейеүҙәребеҙ уңышлы сыға торғайны.

– Әлеге ваҡытта ҡайһы тарафтарҙа бейеүгә хеҙмәт итәһең?
– Бөгөн “Красноусол” шифаханаһында эшләйем. “Красноусол” тип аталған бейеү ансамблен етәкләйем. Хәҙер состав тағы ла тулыланды. Былтыр декабрь айында ”Байыҡ” телефестивалендә гран-при яуланыҡ.

– Үҙең бейеүҙәр һалаһыңмы?
– Юҡ. Бейеү һалыу өсөн уның фәлсәфәһен белеп, тамашасыға сығарыу шарт. Мин хәрәкәттәр йыйылмаһын сәхнәгә сығарыуға ҡаршымын. 2 – 3 бейеүҙең идеяһы миндә булды, әммә уларҙы аҙаҡҡа тиклем еткерергә кәрәк бит.

– Хореографтар ниндәй бейеү һала, һеҙ шуны бер һүҙһеҙ бейей инегеҙме?
– Хореографтарҙан ҡабул итеп алған 2 – 3 бейеү, башҡарған саҡта тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителмәгәнгә күрә, беҙҙең репертуарҙан төшөп ҡалды.
Юлиә менән икебеҙгә яҡшы хореографтарҙан бейеү һалдыртырға тырыша торғайныҡ. Мәҫәлән, Кавказ бейеүен беҙҙең өсөн Чечен Республикаһының мәҙәниәт министры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Декалу Музакаев үҙе килеп һалды. Беҙҙең заказ буйынса үҙенең итектәрен, кинжал, папаха, билдектәрен алып килде. Мексика бейеүен хәҙерге “Мираҫ” ансамбле етәксеһе Әлфиә Тимерғәзиева һалды. Ул Мексикаға барып, бейеүҙе өйрәнеп, кейемдәрен фотоға төшөрөп алып ҡайтып, беҙгә өйрәтте. Кантриҙы ла ул сәхнәгә сығарҙы. ҡалмыҡстанға йыш йөрөгән Рәфисә Мозафарова апай мәрхүмә беҙгә ҡалмыҡ бейеүен һалды. Ул бейеүҙе ҡалмыҡтар күреп: “Һеҙгә был бейеүҙе кем ҡуйҙы?” – тип иҫтәре киткәйне. Бейеү һалыу­сыларға бер ҡасан да аҡсаны йәлләмәнек.
– Юғары кимәлдәге бер бейеү яҡынса күпме тора?
– Бейеү һалыу – яҡынса 10 мең һум, аранжировка эшләтеү – 5 мең һум тирәһе. Бер дуэт кейеме 30 мең һумдан алып унан да ҡиммәтерәк тора. Беҙ кейемдәргә лә аҡса йәлләмәнек, һәр ваҡыт иң ҡиммәтлеһенән генә тектерә торғайныҡ. Бер саҡ Юлиә менән һанап ултырғайныҡ, 300 мең һумлыҡ кейемебеҙ бар икән, тип иҫәпләп сығарҙыҡ. Биҙәүестәр, макияж, грим был иҫәпкә инмәй. Улары – айырым сығым.

– Бер бейеү өйрәнеүгә күпме ваҡыт китә торғайны?
– Ике-өс көндә иркен өйрәнеп була. Ә Кавказ бейеүен бер көндә – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем – өйрәндек. Төшкөһөн ярты сәғәткә генә тәнәфескә туҡтап алдыҡ. Сөнки Декалу Музакаевҡа кискеһен ҡайтырға кәрәк ине. Киске сәғәт 6-ла худсовет йыйылды. Улар алдында бейеп йөрөй инек, ике аяғым да тотмай ҡоланым. Көнө буйы аяҡ осонда ғына бейегәс, өйрәнмәүҙән аяғым тартыша башланы. Декалу: “Бындай бейеүҙе бер көндә өйрәнгән кешеләрҙе күргәнем юҡ әле. Афарин! Хәл алғас, бейей аласаҡтар”, – тигәс, худсовет бейеүҙе ҡабул итеп алды. Бер аҙнанан был бейеүҙе сәхнәгә сығарҙыҡ та. Аҙаҡ был сәнғәт өлгөһө беҙҙең иң сағыу сығыштарыбыҙҙың береһенә әүерелде. Уны чечендар ҙа күреп һоҡлана торғайны. “Коньяк, шешлек була, ҡунаҡҡа килеп, бейеп күрһәтегеҙ!” – тип саҡырыусылар күп булды (көлә).

– Бейеүҙән башҡа ниндәй яратҡан шөғөлөң бар?
– Музыкаль яҡтан алғанда, йыр менән булышып алам, гитарала, фортепьянола, ҡурайҙа уйнарға мәктәптә уҡығанда уҡ өйрәнгәйнем. Ә былай тормошта иң ярат­ҡан шөғөлөм – техника. Машина йүнәтергә яратам. Үҙемдең “иномарка”мды тотошлай һүтеп йыйҙым. Олатайым мәрхүм мине бәләкәй саҡта уҡ: “Эшләгәнең – миңә, өйрәнгәнең – үҙеңә”, – тип, машина йүнәткәндә гел янында йөрөттө. Шунда машина “ене” ҡағылғандыр. Гастролгә йөрөгәндә был шөғөлөм ярҙам итеп тә ҡуя. Юл йөрөгәндә төрлө хәлдәргә тарығаныбыҙ булды. Бер ваҡыт, ҡышҡы 30 градус һыуыҡта, Бөрйәндә сығыш яһап ҡайтып килгәнебеҙҙә, тауҙан остоҡ. Боҙ йырылып китеп, автобусыбыҙ Ағиҙел йылғаһына төшөп китте. ҡиммәтле аппаратурабыҙ һыуҙа йөҙөп йөрөй, автобус яртылаш сумған. Уның эсендә – сәхнә кейемдәре. Үҙебеҙ сығып өлгөрҙөк. Өс кеше бер-беребеҙгә тотонғанбыҙ, беребеҙ фонарь менән яҡтырта, өсөнсөбөҙ ҡулы менән автобусҡа тотонған. Трактор саҡыртып, саҡ сығарып, аппаратураны, кейемдәрҙе киптереп алдыҡ. Шундай хәлдәр ҙә булды инде (көлә).

– Күңелле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рафаэль. Һине Халыҡ-ара бейеү көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Һәр хәрәкәтең менән тормош фәлсәфәһен тамашасы күңеленә еткереп, иләҫләндереп, ошо сәнғәт өлгөһөнә тоғро булып, артабан да унан йәм һәм тәм табып йәшә!

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: