Яңыраҡ Өфөлә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Урал тауышы” халыҡ инструменттары ансамблдәре һәм оркестрҙарының I Халыҡ-ара конкурс-фестиваленең гала-концерты үтте. Тамашасы алдында Башҡортостан, Татарстан, ҡалмыҡстан, ҡаҙағстан, Хакасия, Алания һәм Рәсәй ҡалаларынан килгән профессиональ халыҡ инструменттары ансамблдәре һәм оркестрҙары сығыш яһаны. Барлығы фестивалдә 35 коллектив ҡатнашты.
− Республикабыҙҙа бындай фестиваль үткәреү теләге ете йыл элек тыуҙы. Конкурсанттарҙы баһалауы бик ҡыйын булды. Сөнки уларҙың һәр береһе лауреат исеменә лайыҡ. Конкурс барышында ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты һәм беҙҙең оркестр башҡарыуында композиторҙар Салауат Низаметдинов һәм Нур Дауытовтың музыкаль композицияларын өйрәнеп ҡайттылар. Шулай итеп, беҙҙең көйҙәрҙе башҡа илдәрҙә лә ишетерҙәр тигән өмөт бар, − ти конкурс-фестивалдең художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәләтен төрлө яҡтан килгән профессиональ жюри баһаланы. Уның рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус халыҡ инструменттары оркестрының дирижеры һәм художество етәксеһе Дмитрий Хохлов (Санкт-Петербург). Жюри составында Үзбәкстандың халыҡ артисы, Т. Джалилов исемендәге Милли академия халыҡ инструменттары оркестрының баш дирижеры һәм художество етәксеһе, профессор Фәрүк Садыҡов (Үзбәкстан), Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ һәм РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профессор Владимир Лавришин (Мәскәү) һ.б. булды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гран-приға “Ритмы гор” доулистар ансамбле (Владикавказ ҡалаһы), Тыва халыҡ оркестры һәм ҡалмыҡ халыҡ оркестры лайыҡ тип табылды.
“Урта махсус музыкаль уҡыу йорттарының халыҡ инструменттары ансамблдәре” номинацияһында лауреат исемен “Истеъдод” дутаристар ансамбле (Ташкент ҡалаһы) алды. Икенсе урын дипломы менән Октябрьский музыка училищеһының “Вдохновение” (Башҡортостан) ансамбле бүләкләнһә, өсөнсө урында − Өфө сәнғәт училищеһының ҡурайсылар ансамбле.
“Урта махсус музыкаль уҡыу йорттарының халыҡ инструменттары оркестрҙары” номинацияһын түбәндәгесә бүлештеләр. Беренсе урында – Киров рус халыҡ инструменттары оркестры, икенселә – Октябрьский музыка училищеһының халыҡ инструменттары оркестры, өсөнсө урында – Өфө сәнғәт училищеһының рус халыҡ инструменттары оркестры һәм шулай уҡ сәнғәт училищеһының башҡорт халыҡ инструменттары оркестры.
“Юғары музыка уҡыу йорттарының халыҡ инструменттары оркестрҙары” номинацияһында иң яҡшыһы тип ”Силәбе” йәштәр рус халыҡ оркестры табылды. Икенсе урында − З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының рус халыҡ инструменттары оркестры.
“Профессиональ халыҡ инструменттары оркестрҙары” номинацияһында К. Жубанов исемендәге ҡаҙаҡ халыҡ инструменттары оркестры (ҡаҙағстан) беренсе урынды алды. Икенсе урында – “Лад” рус камера оркестры (Омск ҡалаһы), өсөнсөлә – “ҡаҙан нуры” халыҡ инструменттары оркестры (ҡаҙан).
“Юғары махсус музыка уҡыу йорттарының халыҡ инструменттары ансамблдәре” номинацияһында икенсе урынды хакас халыҡ музыкаль инструменттары ансамбле (Хакасия) яуланы. Өсөнсө урын “Глория” ансамбленә (З. Исмәғилев исемендәге академия) бирелде.
“Профессиональ халыҡ инструменттары ансамблдәре” номинацияһында өсөнсө урынды “Угулза” ансамбле (Тыва) алды.
Үткән фестивалдең төп маҡсаттарының береһе төрки халыҡтарының халыҡ инструменттарының ҡушма оркестрын булдырыу ине. Был оркестрға һәр халыҡҡа хас булған бер инструмент инәсәк.
Флүзә ТҮЛӘКОВА.