йәки "Өмөтлө ҡәләм" конкурсы драматургия серҙәрен өйрәнергә теләүсе өмөтлө йәштәр булыуын асыҡланы
Һуңғы осорҙа театрҙарҙың драма әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисереүе бер кемгә лә сер түгел. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә үткәргән “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы тәүге сиратта ана шул проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән булыуы менән иғтибарға лайыҡ. ҡәләме булырҙай йәштәрҙе ваҡытында күрә белеү, уларҙы артабан үҫтереү, драматургия серҙәренә ылыҡтырыу кеүек бурыстарҙы атағанда, ойоштороусыларҙың ҙур эшкә тотоноуы шик тыуҙырмай.
Конкурста барлығы 21 пьеса ҡатнашты, шуларҙың 16-һы – БДУ студенттарыныҡы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан – бер, СДПА-нан – өс, ӨДАТУ-нан бер пьеса килде. Башҡорт дәүләт университеты студенттары бик әүҙем булды. Был аңлашыла ла, сөнки университет уҡытыусылары был йәһәттән маҡсатлы эш алып барҙы. Башҡа уҡыу йорттарының һүлпәнлеге аңлашылып етмәне.
Әлбиттә, пьесаларҙың кимәле төрлөсә. Ул шулай булырға тейеш тә. Художество кимәле яғынан ярайһы уҡ шыма яҙылғандарынан алып пьеса тип бик шартлы рәүештә генә атарға мөмкин булғандарына тиклем бар. Ләкин шуныһы асыҡ: хәҙерге ижади йәштәр мөхәббәт, күңел кисерештәре, тойғо-хистәр менән генә йәшәмәй, уларҙы замандың глобаль проблемалары ла, донъяла барған үҙгәрештәр ҙә, халыҡ яҙмышы ла – барыһы ла борсой. Был мәсьәләләрҙе тейешенсә асып бирә алмаған сүрәттә лә, уларҙың ҙур темаларға тотоноуы үҙе үк ҙур ҡыйыулыҡ.
БДУ студенты Әлфинә Нәбиуллинаның “Йәйләүҙә” исемле ыҡсым ғына әҫәре бер ниндәй призға лайыҡ булмаһа ла, тап ана шул күтәргән темаһының ҙурлығы менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Хәҙерге ауыл тормошо, ауыл хужалығы инеп батҡан көрсөктөң сәбәптәрен аңларға тырышыу – бына ниндәй уйҙар борсой 1-се курс студентын.
ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең сәхнә нескәлектәрен ярайһы уҡ асыҡ тоҫмаллап яҙылған булыуы шик тыуҙырмай. Гүзәл Шәрипова (БДУ) менән Лира Гәрәеваның (М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты филиалы) “Байлыҡҡа кеше түҙә алмай” пьесаһы хәҙерге заман йәштәре өсөн мөһим булған теманы – нисек итеп етеш тормошҡа ирешеү проблемаһын асырға тырышҡан. Был әҫәр – театр белгестәре һәм БДУ уҡытыусылары араһынан һис һүҙһеҙ призлы урынға тәҡдим ителгән пьесаларҙың береһе.
Әлфинә Хәмзина-Сөләймәнованың “ҡапҡан”, Фәниә ҡотосованың “Буш күңелдәр” (ӨДАТУ), Лена Латипованың “Эҙһеҙ булмай йәшлек хаталары” (БДУ) пьесалары йәмғиәттә киң таралған эскелек һәм аҙғынлыҡ проблемаларын күтәреп сыға. Фирүзә Мәжитованың “Китек күңел” (БДУ), Зөлфиә Сәлихованың “Бала” (СДПА) әҫәрҙәре әсә менән бала араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе үҙҙәренсә асырға тырыша.
Гөлнара Яҡупованың “Бәхет ҡошом” (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) пьесаһы эшләнеше яғынан ярайһы уҡ бөтөн. Бында йәш автор ауылдарҙа колхоздың тарҡалыуы, шуға бәйле рәүештә тыуған социаль көсөргәнеш фонында мөхәббәт тарихын күрһәтә. Драманы трагизмға еткереү бер ҡатлыраҡ күренһә лә, әҫәр эшләнеше яғынан ярайһы уйланылған, конфликт, характерҙар, геройҙарҙың тел үҙенсәлектәре бар.
Зарина Бағышаеваның “Иртәгә – зачет!”ы тәҡдим ителгән пьесалар араһында жанры яғынан комедия тип аталған берҙән-бер әҫәр. Әҫәрҙе тотоп торорҙай конфликт линияһы йәһәтенән эшләнәһе урындары етерлек. Ләкин был пьеса хәҙерге заман студент тормошон йәнле итеп күрһәтеүе менән айырылып тора.
Әлиә ҡәйепҡолованың “Һин – ай, ә мин – ҡояш” пьесаһы трагедияға дәғүә итә. Апаһының дуҫлашып йөрөгән егетен көнләп, бер туған һеңлеһенә мылтыҡ тоҫҡауы бигүк ышандырып етмәгән һымаҡ. Шулай ҙа бында йәш автор үҙ әҫәренә ҡайһылыр кимәлдә режиссер күҙлегенән дә ҡарарға тырышҡан. Әҫәргә прелюдия рәүешендәге тәрән мәғәнәгә эйә бейеү индерелеүе, шулай уҡ ҡайһы бер өҫтәмә образдар быға асыҡ дәлил.
Әйтергә кәрәк, йәштәр өҫтәмә һәм шартлы образдарҙы ярайһы уҡ ҡыйыу файҙалана. “Байлыҡҡа кеше түҙә алмай” (Г. Шәрипова, Л. Гәрәева) пьесаһында Иблис һәм Фәрештә, “ҡапҡан”да (Ә. Хәмзина-Сөләймәнова) Эске тауыш, “Барыһы ла үҙ ҡулымда” (М. ҡаҙаҡаев, БДУ) әҫәрендә Кешенең үҙаңы һ.б. Марат ҡаҙаҡаев үҙ геройының эске ҡаршылығын уның үҙ-үҙе менән бәхәсе рәүешендә күрһәтергә тырышҡан. Тик әҫәрҙең тамамланмаған булыуы ғына уның хаҡында тулы картина тыуҙырырға ҡамасаулай. Ошо пьесаға эскиз тап ана шул сюрреализм йүнәлешендә булыуы менән башҡаларҙан айырылыбыраҡ тора.
Гөлсәсәк Ибраһимова менән Вәсилә Әбдрәхимованың “Бәхет өсөн күп кәрәкмәй” пьесаһында бөгөнгө йәштәрҙе борсоған эш табыу, шуға бәйле килеп тыуған проблемалар үҙәккә ҡуйыла. Төп герой Йәмил карьера хаҡына мөхәббәтенән баш тарта. Бына ошоноһо менән әҫәр һиҫкәндереп тә ҡуя. Зөһрә Сафинаның “Аҙашҡан төш” әҫәрендә конфликт икенсе йүнәлештәрәк. Хәҙерге заманда үҙ асылыңды юғалтмау өсөн ысынбарлыҡҡа реаль ҡарарға кәрәк, ти автор. Шуныһы менән был пьеса алда ҡаралған әҫәргә бер ни тиклем ауаздаш.
Конкурсҡа килгән ҡайһы бер әҫәрҙәр пьеса-миниатюра тип атала алыр ине (Зәлиә Талипова-Бүләкәнова, “Төш” һәм “Лифт” (СДПА), Азат Ғәлиуллин, “ҡаҙ ҡанаты” (БДУ), Гөлназ Дилмөхәмәтова, “Йондоҙ” (БДУ)). Авторҙарҙың фекерҙәре ярайһы уҡ тос булһа ла, күләмдең бәләкәй булыуы уларға үҙ ҡараштарын тулыраҡ итеп асырға ҡамасаулаған.
Конкурсҡа килгән 21 пьесаның 4-һе рус телендә ижад иткән йәштәрҙеке. Сюзанна Мирзояндың “Белый снег” (БДУ) пьесаһы иң оптимистик рухта яҙылған әҫәр булыуы менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Владимир Потаповтың “Автобусная конечная остановка” (БДУ) әҫәре бик үҙенсәлекле. Бында хәрәкәт автобуста барған пассажирҙарҙың бер-бер артлы алмашынып тороуы фонында бара. Эрик Джанаевтың (БДУ) “Оврагины” исемле пьесаһы ҡыҙыҡлы ғына. Йәш автор көндәлек йәшәйешкә инеп батҡан геройҙарын йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланырға саҡыра. БДУ студенты Дмитрий Саламатин “Олунины” пьесаһын аҙаҡҡаса яҙып өлгөртә алмаған, шулай ҙа эскиздарҙан уның трагедия булырға тейешлеге аңлашыла. Бында, ни өсөн яҙып бөтөлмәгән әйберҙәрҙе уҡып ултырырға һуң, тигәнерәк һорау ҙа тыуырға мөмкин. Ләкин эш бында түгел. Әгәр ҙә идеяһы оҡшаһа, режиссер яртылаш яҙылған әҫәргә лә тотона ала. ҡайһы берҙә театрға килтерелгән пьесаларҙың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүенең һәм тиҫтәләрсә вариантта эшләнеүенең сәбәбе тап ошоға бәйле. Ижади процесс үҙе үк быны талап итә.
Ғөмүмән, йәштәрҙең әҫәрҙәре менән танышҡанда, шундай фекер уянды. Конкурсҡа килгән әҫәрҙәрҙең кимәле төрлөсә, ләкин хәҙерге йәштәр заман проблемаларына битараф түгел. Уларҙың әйтәһе үҙ фекерҙәре бар. Драма яҙыу өсөн мотлаҡ булған сәхнә ҡанундарын ниндәйҙер кимәлдә барыбер күҙ алдына килтерәләр. Тимәк, йәш ижадсыларға ҡолас йәйеп ижад итәһе генә ҡала.
Фәниҙә ИСХАҡОВА,
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире, жюри ағзаһы.
З. ҡОТЛОГИЛДИНА фотоһы.