Бөтә яңылыҡтар

«Аҡ тирмә» ҡор йыйҙы

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында дүрт быуын вәкилдәре осраштыБеҙ бәхетле халыҡ. Сөнки борондан ата-бабалар мира­ҫы булып бөгөнгәсә һаҡланып килгән үҙ еребеҙ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм тарихыбыҙ бар. Ә уларҙың һаҡланып ҡалыуына “телем”, “илем”, “халҡым” тип янып йөрөгән кешеләр ҙур өлөш индерә. Өфөләге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Ләлә Бейешева тап шуларҙың береһе. Яңыраҡ халҡыбыҙ ағинәһе “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында башҡорт йолалары, мәҙәниәтенә бағышлан­ған матур кисә үткәрҙе.

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында дүрт быуын вәкилдәре осрашты
Беҙ бәхетле халыҡ. Сөнки борондан ата-бабалар мира­ҫы булып бөгөнгәсә һаҡланып килгән үҙ еребеҙ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм тарихыбыҙ бар. Ә уларҙың һаҡланып ҡалыуына “телем”, “илем”, “халҡым” тип янып йөрөгән кешеләр ҙур өлөш индерә. Өфөләге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Ләлә Бейешева тап шуларҙың береһе. Яңыраҡ халҡыбыҙ ағинәһе “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында башҡорт йолалары, мәҙәниәтенә бағышлан­ған матур кисә үткәрҙе.
− Бөгөн беҙ йыйылған күркәм байрам республикабыҙҙа иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала. Һәм был сараны үткәреү минең мотлаҡ атҡара торған бурысым ине. Бында дүрт быуын вәкилдәрен йыйҙым − олатай-өләсәй­ҙәр, атай-әсәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр һәм бүлә-бүләсәр­ҙәр. Ошо быуындар араһында бәйләнеште күрһәтеү төп маҡсат булды, һәр кем бында үҙ һөнәрен, үҙ булмышын күрһәтте. Сығыш яһаусыларҙы бөртөкләп йыйҙым, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар кисәне үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте, − ти Ләлә Бейешева.
Концерт программаһын тамашасыларҙы сәләмләп, үҙе ижад иткән “Әссәләмәғәләйкүм” йыры менән Фәниә Дауытова асып ебәрҙе. Сәхнәлә Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыларының килен төшөрөү йолаһы, урта махсус музыка колледжы уҡыусыларының йыр-бейеүле сығышы, ҡарабулатовтар ғаиләһенең скрипка, ҡумыҙҙа уйнауы, ә Юнысовтарҙың гармун, ҡумыҙ, думбырала сығышы һәм матур йырҙары тамашасы күңеленә бик хуш килде. Шулай уҡ Камила Бикҡолова скрипкала уйнаһа, өләсәһе ҡумыҙ сиртте. Ә “Дим моңдары” коллективында (етәксеһе Р. Ишбулдина) сығыш яһаған балаларҙың талантына хайран ҡалырлыҡ. Улар йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡумыҙ, ҡурайҙа ла өҙҙөрә. Күркәм башҡорт кейемдәрен кейеп сәхнәгә сығып, “Күк Ирәндек”, “Башҡорттар китте һуғышҡа” йырҙарын йырлаған “Өлә­сәйҙәр ҡоро” сығышы иң матур сығыштарҙың береһе булды, хатта залда ултырыу­сылар уларға ҡушылып йырланы.
“Өләсәйҙәр ҡоро” фольклор ансамблендә сығыш яһаусы Наилә Үзбәкова һөйләүенсә, улар элекке һәм үҙҙәренең йәшлегенә тура килгән йырҙарҙы башҡара һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә барып сығыш яһай. Уларҙың репертуарында бөйөк шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарына яҙылған, халыҡ яратып тыңлаған заманса йырҙар ҙа бар. Өләсәйҙәр музыка ҡоралдарында ла уйнай белә. Был һөнәргә улар ейәндәрен дә өйрәтә һәм ҡайһы саҡ бергәләп тә сығыш яһайҙар.
Ғөмүмән, “Аҡ тирмә” ойошторған кисә матур, күңелле үтте. Ошоноң һымаҡ саралар даими үткәрелеп торһон, ә теләп ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булһын. Сөнки тап ошондай саралар башҡортлоғобоҙҙо һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Флүзә ТҮЛӘКОВА.
Читайте нас: