Әлбиттә, бөгөнгө глобализм заманында, туған телдәргә төрлө бәләләр янап торғанда, ауылдарҙа мәктәптәребеҙ ябылғанда туған телде һаҡлауы еңел түгел. Бының өсөн ҙур тырышлыҡ, уяулыҡ, берҙәмлек талап ителә. Ләкин күңелебеҙҙе төшөрмәйек.
Бынан егерме йыл элек булған хәлдәрҙе күҙ алдыбыҙға килтерәйек әле. Өфөлә 20-се мәктәп (хәҙер − Ф. Мостафина исемендәге ҡала башҡорт гимназияһы) менән 1-се республика мәктәп-интернатынан (Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты) башҡа мәктәптәрҙә башҡортса шиғыр һөйләгәндәрен, башҡорт йыры, ҡурай моңо яңғырағанын ишеткәнегеҙ булмағандыр. Ә бына бөгөн башҡорт теле яңғырамаған, әҙәбиәте өйрәнелмәгән мәктәп юҡ. Элек “Урал батыр” эпосын балаларыбыҙ ятлап, хатта бер нисә телгә тәржемәһен ятлап һөйләр, ошо юҫыҡта конкурстар үтер тип күҙ алдына ла килтермәй, йәш сәсәндәр әйтешен дә уйламай инек. Хәҙер уларҙың бөтәһе лә бар. Бына ошоларҙы ҡәҙерләй беләйек. Был уңыштарҙы яулау ҙур хеҙмәт талап итә. Уларҙы һаҡлауы тағы ла ҡыйыныраҡ…
Башҡорт теленә арналған байрам йыр-моңһоҙ үтһә, ниҙер етмәгәндәй булыр ине. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты, 136-сы башҡорт лицейы, 158-се башҡорт гимназияһы, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының йыр ансамбле, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатының йәш һәләттәре, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, ҡурайсыларҙың сығышы ҡабат-ҡабат алҡыштарға күмелде.
Был көндө сәхнәгә сәсән сыҡмаһа ла байрамыбыҙ тулы булмаҫ ине – сәсәнһеҙ ниндәй башҡорт була ти!
Әйй, сәсән тигән зая зат,
Сәсән тигән аҫыл зат.
Илдең күҙе булыр ул,
Илдең теле булыр ул.
Борон, борон, борондан
Башҡорт телен – дәүләт телен
Дәүләт итеп туҡыған,
Дәүләт теле итеп туҡыған…
Халҡына маяҡ булған,
Янған-көйгән, аҫылған,
Башҡорт телен һаҡлаған
Сәсән булыр сая зат,
Сәсән булыр толпар зат…
Билдәле ғалимәбеҙ Розалия Солтангәрәева сәсән рухына әйткән ҡобайырынан өҙөк был. Халыҡ уны өнһөҙ ҡалып тыңланы.
Башҡортомдоң тел байлығын, рух ныҡлығын, аһ-зарын, өмөтөн һәм бәхетен сағылдырған ҡобайырҙар бөгөн дә яңғырай. Беҙ, ошо халыҡ вәкилдәре, телебеҙҙән ваз кисергә, уны яттарҙыҡы менән бутарға йә алмаштырырға, хыянат итергә тейеш түгелбеҙ.
Бөгөн быуаттар төпкөлөнән һаҡланып килгән телебеҙ дәүләт теле статусын алһа ла, уға ҡул һелтәү, балаларыбыҙға өйрәтмәү башҡортмон тигән башҡорттоң эше түгел. Барыһы ла ғаиләнән башлана. Әгәр сабыйҙарыбыҙға ауыҙ тултырып “атай”, ”әсәй” тип әйтеүҙең ғорурлыҡ, бурыс икәнен аңлата, йөрәгенә һеңдерә алабыҙ икән, тимәк, беҙ – яҡшы ата-әсә. Шуны иҫтә тотайыҡ, милләттәштәр!