Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Ғинуар 2012, 14:38

Сәнғәткә ғашиҡ уҙаман

Әхмәҙи Йыһанғәлин бейергә өйрәткән балалар баш ҡала сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһайСәхнә уратып теҙелгән уҡыу­сы­лар, остаздарының һәр хәрәкәтен йотоп алыр­ҙай булып, уға текәлгән. Улар алдында етенсе тиҫтәһен артмаҡлаған ир уҙаманы түгел, әйтерһең, 17 йәшлек егет, ҡоштай талпынып, осорға әҙерләнә. Уның йөрәгендәге осҡон, күҙҙәрендәге ялҡын-нур егет-ҡыҙҙар күңелен дәртләндерә, илһамландырып ҡайҙалыр әйҙәй.

Сәнғәткә ғашиҡ уҙаман
Сәнғәткә ғашиҡ уҙаман
Әхмәҙи Йыһанғәлин бейергә өйрәткән балалар баш ҡала сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай

Сәхнә уратып теҙелгән уҡыу­сы­лар, остаздарының һәр хәрәкәтен йотоп алыр­ҙай булып, уға текәлгән. Улар алдында етенсе тиҫтәһен артмаҡлаған ир уҙаманы түгел, әйтерһең, 17 йәшлек егет, ҡоштай талпынып, осорға әҙерләнә. Уның йөрәгендәге осҡон, күҙҙәрендәге ялҡын-нур егет-ҡыҙҙар күңелен дәртләндерә, илһамландырып ҡайҙалыр әйҙәй.
Тылсым эйәһенә тиңләүселәр ҙә юҡ түгел Әхмәҙи Солтан улы Йыһанғәлинды. 50 йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған талант эйәһенә аҡ көнләшеү менән ҡарап ҡуям. Республика иҡтисад лицей-интернатында уҡыған егет-ҡыҙҙарҙы бына дүрт йыл инде бейеү серҙәренә төшөндөрә. Ул етәкләгән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеүсе 40-тан ашыу уҡыусының һәр сығышы – сәхнә йәме һәм биҙәге! Дүрт төркөмдә шөғөлләнгән егет-ҡыҙҙарҙы бейеүгә өйрәтеү өсөн күпме көс, сыҙамлыҡ кәрәк. Әммә ҡанына һеңгән уҡытыусылыҡ һөнәре, бейеүгә, ғөмүмән, сәнғәткә булған оло һөйөүе Әхмәҙи Солтан улын барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙан, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн ҡуя. Йөрәге йәш уның, шулай булмаһа, етмеште ҡыуған ил ағаһы ҙур дәрт менән оло сәхнәне тултырып балаларҙы бейеүгә илһамландыра алмаҫ та ине. Үҙ һөнәрен яратҡан, уға тоғро булғандар ғына донъя, йәшәйеш йәме булып, бар тирә-йүнде нурлап йәшәйҙер, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра алалыр.
Әхмәҙи Солтан улы һалған бейеүҙәр менән уҡыусыларыбыҙ баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холл сәхнәһендә, «Байыҡ» телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән егет-ҡыҙҙар тиҙ арала башҡорт бейеү сәнғәтенә ғашиҡ була. Ансамбль репертуарында 20-нән ашыу бейеү бар. Үҙ балаһының сәхнә сығышын күргән ата-әсәләрҙең ҡыуаныстарының иге-сиге юҡ, күңел кисерештәрен әйтеп аңлатырлыҡ түгел!
Әхмәҙи Йыһанғәлин ауыр һуғыш йылдарында (1941 йылдың 26 ноябрендә) ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Яу яланында батырҙарса ятып ҡалған атаһын әсәһе Нәфисә Сәхәүетдин ҡыҙы алмаштыра. Алты баланы аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡлап ҡалыу өсөн ете ҡат көс-тирен түккән әсәнең көслө рухына һоҡланмаған кеше булмағандыр ул йылдарҙа. Аһ-зарҙы, бар ауырлыҡты еңел кисерергә тырышып, күңелен йыр-бейеү менән йыуатыр булған ул. Кинйә улын астан үлтермәҫ өсөн әсәһе ете йәшкә тиклем имеҙеп туҡландыра.
Ҙур тырышлыҡ, оло ныҡышмалылыҡ менән ауыл мәктәбен тамамлап, уҡыуын Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында дауам итә. Бында Пионерҙар һарайының бейеү студияһында шөғөлләнә.
Стәрлетамаҡ педагогия институтын уңышлы тамамлап, юғары белемле белгес ең һыҙғанып эшкә тотона. Мәсетле, Арҡауыл, Ишембай, Ахун урта мәктәптәрендә директор, директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Уның ныҡышмалылығы, тырышлығы менән Ахун ауылында 120 урынлыҡ заманса йыһазландырылған мәктәп төҙөлә. Хужалыҡ, етәкселек эшенән тыш, уҡыусылар­ға мауыҡтырғыс дәрестәр бирә, уларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй.
Ишембай урта мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгәндә, Әхмәҙи Солтан улы драма түңәрәге ойоштороп, тирә-яҡ ауыл, район, ҡалаларҙа сығыш яһай, ул етәкләгән коллектив, Ә. Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» спектакле менән Башҡор­тостан­дың төньяҡ-көнсығыш райондары араһында еңеп, фестиваль лауреаты исемен яулай.
Мәсетле мәктәптәрендә уҡытҡанда ла тынғыһыҙ уҙаман ауыл йәштәре һәм уҡыу­сыларҙың бейеү коллективтарын ойоштора. Уның «тәрбиә мәктәбе»н үткән йәштәр – бөгөн үҙҙәре уҡытыусы-тәрбиәсе, бейеүсе, етәкселәр. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Әхмәҙи Солтан улының өс ҡыҙы ла – оҫта бейеүсе, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр.
Тормош иптәше, Бөрйән ҡыҙы Мәйсәрә Фәтҡулла ҡыҙы менән өлгөлө ғаилә булып татыу ғүмер итәләр. Тырыш, эшһөйәр булған­ға ла тормоштары етеш, табындары мул, йөҙҙәре яҡты, күңелдәре саф. Әхмәҙи Йыһанғәлин ҡайҙа, шунда эш бара, тиҙәр беҙҙә оло ышаныс менән. Һәр уҡыусының психологияһын яҡшы белеп, уның күңеленә дөрөҫ юл табып, дәрт-теләк уята белеүсе остаздың хеҙмәт баһаһы сикһеҙ, кешеләргә ҡылған изгелеге бихисап. Күпме йәш ғүмер­ҙе насар ҡылыҡтарҙан арындырып, сәнғәт тигән матурлыҡ донъяһына алып килде, рухи яҡтан камиллыҡҡа, тормош ҡәҙерен, йәмен белеп йәшәргә өйрәтте. Был үҙе батырлыҡ түгелме ни?
Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА,
хеҙмәт ветераны.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в