БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Милли әҙәбиәт музейы тарафынан, 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап, Өфө ҡалаһының башҡорт гимназиялары араһында ойошторолған викторина уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда 50-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.
«Иң йәш ҡатнашыусы», «Иң үҙенсәлекле эш», «Ҙур яуаплылыҡ менән башҡарылған эш», «Иң әүҙем ҡатнашыусы мәктәп» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. 3-сө урынға республика һынлы сәнғәт гимназияһынан Нәғим Ғәзизов, Зөһрә Байегетова, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Данил Мәхийәнов лайыҡ булды. 2-се урынды республика башҡорт лицей-интернатынан Илгизәр менән Усман Мортазиндар яуланы. Викторинаның еңеүсеһе тип Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Нияз Юламанов билдәләнде. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.