Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Мәғфирә Ғәлиеваға БР Президенты Указы менән «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән почетлы исем бирелде.
Мәғфирә Ғәлиева башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һанала. Ул – республика тарихында халыҡ йырҙарын 60 телдә башҡарыусы берҙән-бер йырсы.
Ижад юлын, Мәскәүҙәге Петр Чайковский исемендәге консерваторияны тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында 1953 йылда башлай. ҡабатланмаҫ талантлы йырсының йәштәр араһында ла уҡыусылары бик күп.