Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Декабрь 2011, 14:51

Башҡортостандың сәнғәт оҫталары бүләкләнде

Республиканың бер төркөм ижадсыһы Рәсәй Пре­зи­дентының Вол­га буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вә­ки­ле­нең Рәх­мәт хаттары ме­нән бүләкләнде. Атап әйткәндә, юғары ба­һаға Баш­ҡор­тос­тан­дың Милли сим­фоник ор­кес­тры, Фәйзи Ғәс­­кәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бе­йеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-­рок төркөмө, Нефтекаманың «Виктория» эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле, ҡурайсы Азат Биксурин, «Девятов и К» художество оҫтаханаһы һәм «Ағиҙел» баш­ҡорт кәсепселек үҙәге лайыҡ.

Был оҫталар һәм коллективтар быйыл көҙ үткән «Волга буйын ас» («Открой Поволжье») исемле сәнғәт фестивале һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Яҡташтарыбыҙ Кремль һарайында тағы ла 14 төбәк вәкилдәре менән бергә сығыш яһаған.
БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова лайыҡлыларҙы тәбрикләгән саҡта әйтеүенсә, фестивалдә Башҡортостан оҫталары үҙ һәләттәрен юғары кимәлдә күрһәтә алған. Тап ошондай саралар­ҙа ҡаҙаныштарға өлгәшеү республиканы бай мәҙәни потенциаллы итеп таныта һәм абруйын күтәрә.
Оҫталарыбыҙға «Афарин!» тибеҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: