Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Декабрь 2011, 19:54

Беҙҙең музыканттар иң яҡшылар иҫәбендә

Ошо көндәрҙә Өфөлә му­зы­кант-башҡарыусыларҙың З. Исмәғилев исемендәге II халыҡ-ара конкурсы та­мам­ланды. Кон­курста Рә­сәй­ҙән генә тү­гел, ҡыр­ғыҙстан, ҡа­ҙағстан, Ко­рея, Финлян­дия илдәренән дә ҡатнашыусылар бар ине. Башҡорт дәүләт опе­ра һәм балет театры сәхнәһендә конкурстың йом­ғаҡлау тантанаһы үтте. Бүләк­ләнеүселәр ара­һында өфөләрҙең дә булыуы шатлыҡлы күренеш: конкурстың гран-при лауреаттары тип Диләрә Иҙрисова (З. Исмәғилев исемендәге ӨДСА), Ва­лерия Сидоренко (П. Чай­ковский исемендәге МДК) һәм Олег Тузов (УММК) билдәләнде. Әй­тергә кәрәк, Өфө музыканттарының юғары профессиональ әҙерлеге һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Беҙҙең музыканттар иң яҡшылар иҫәбендә
Беҙҙең музыканттар иң яҡшылар иҫәбендә

Ошо көндәрҙә Өфөлә му­зы­кант-башҡарыусыларҙың З. Исмәғилев исемендәге II халыҡ-ара конкурсы та­мам­ланды. Кон­курста Рә­сәй­ҙән генә тү­гел, ҡыр­ғыҙстан, ҡа­ҙағстан, Ко­рея, Финлян­дия илдәренән дә ҡатнашыусылар бар ине.
Башҡорт дәүләт опе­ра һәм балет театры сәхнәһендә конкурстың йом­ғаҡлау тантанаһы үтте. Бүләк­ләнеүселәр ара­һында өфөләрҙең дә булыуы шатлыҡлы күренеш: конкурстың гран-при лауреаттары тип Диләрә Иҙрисова (З. Исмәғилев исемендәге ӨДСА), Ва­лерия Сидоренко (П. Чай­ковский исемендәге МДК) һәм Олег Тузов (УММК) билдәләнде. Әй­тергә кәрәк, Өфө музыканттарының юғары профессиональ әҙерлеге һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Пианистар араһында икенсе урын­ға Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Шәүрә Сәғитова лайыҡ булды (беренсе урын билдәләнмәне).
“Яңғыҙ йыр” номинацияһында беренсе урынға Балуан Бер­кенов, Глеб Ким (йәштәр төркөмө), Катерина Ғилметдинова, Динә Хөсәйенова, Эмиль Са­кавов (өлкәндәр төркөмө) лайыҡ булды. Аида Мәжитова, Иҙел Аралбаев һәм Артур ҡәйепҡолов иһә II дә­рәжә диплом менән бүләкләнде.
Шулай уҡ конкурста иң яҡшы концертмейстерҙар ҙа атап үтелде. Улар араһында Сергей Дукачев, Елена Мухамедина, Светлана Потапова, Алевтина Шеломенцева һ.б. бар ине. Һәм, әлбиттә, гран-при яулаусыларҙың һәм лауреаттарҙың педагогтарына ла дипломдар тапшырылды.
Конкурс барышында бөйөк композитор З. Исмәғилевтың рухы ла бар ине кеүек тойолдо, бигерәк тә уның ҡыҙы – Ләйлә Исмәғилеваның ҡатнашыуы конкурсҡа мәртәбә өҫтәне.

Айгөл ӘБҮНАСИРОВА.
Читайте нас: