Милли йәштәр театры асылғандан алып артистар өҙлөкһөҙ гастролдә йөрөй. Республикабыҙҙың барлыҡ ҡала-райондарын, күрше өлкәләрҙе йыш ҡына үҙҙәренең ижад емештәре менән ҡыуандыралар. Йәштәр театры шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Воронежда, Йошкар-Олала, ҡаҙанда, Саранскиҙа, Бөйөк Новгородта уҙғарылған фестивалдәрҙә көсөн һынап, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы.
Театрҙың ижади коллективында үҙ эшенең оҫталары булған актерҙар − Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Людмила Воротникова, БР-ҙың халыҡ артистары Рәмилә Сәлимгәрәева, Ольга Мусина, Вәкилә ҡалмантаева, Мәғәфүр Усманов, Линар Әхмәтвәлиев, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Альбина Кашанова, Нәғим Нурғәлин, Зифа Дәүләтбаева, Марат Сәйфуллин, Марат ҡорбанғәлиев, Рушана Бабич, артистар Александра Комарова, Андрей Шрайнер, Гөлшат Ғайсина, Рәмзил Сәлмәнов, Зөлфәр Әхмәтов, Илгизә Ғилманова һәм театрҙа күптән түгел эш башлаған бер төркөм йәштәр бөтә көсөн биреп, дәртләнеп, илһамланып ижад итә.
Театрҙы Ринат Ишмуллин етәкләй. Башҡорт труппаһының баш режиссеры − Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, ә рус труппаһында – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.
Театр 22-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда йөҙҙән ашыу спектакль әҙерләп сығарҙы. Бөгөн дә тамашасыһын яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыуын дауам итә.
Театр үҙенең төп маҡсаты итеп балаларҙы һәм йәштәрҙе матурлыҡ, изгелек һәм хозурлыҡ донъяһына әйҙәү йүнәлешен ала. Репертуарын төҙөгәндә лә ижади коллектив романтик йүнәлештән тайпылмай. Шуға ла репертуарҙа рус, сит ил классикаһы, хәҙерге заман проблемаларын яҡтыртҡан бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс пьесалар ҙур урын биләй. Н. Ғәйетбаевтың «Студенттар», Э. Ростандың «Романтиктар», А. Арбузовтың «Жестокие игры», Г. Гориндың «Чума на оба ваших дома», В. Сигаревтың «Семья вурдалака», М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» хәтирәһе, «Йәйәүле Мәхмүт» хикмәте, «Йәләлетдин атай» спектакле, Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» тамашаһы, «Йәнкиҫәккәйем» музыкаль комедияһы, Т. Джюдженоглуның «ҡорон» драмаһы, И. Зәйниевтың «Люстра» трагикомедияһы, А. Слаповскийҙың «Клинч», А. Островскийҙың «Доходное место», Б. Брехттың «Мамаша Кураж и ее дети» трагифарсы һ.б. төрлө жанрҙағы пьесаларҙы атап үтергә мөмкин. ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, театр үҙенең бәләкәй тамашасылары өсөн дә ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе сәхнәләштерә. В. Гауфтың «Кәлиф-ҡауҙы», В. Ольшанскийҙың «Иванушкино счастье», Г. Корнелиссондың «Золушка», О. Прокловтың «Петрушка и Витязь», В. Андреевтың «Стойкий оловянный солдатик», И. Вәлиеваның «Мөхәббәт китабы», Н. Ғәйетбаевтың «Кем эшләмәй − шул ашамай», Р. Ураҡсинаның «Сыңҡылдаҡ себен» әкиәттәрендә театрҙың танылған шәхестәре лә, йәш көстәре лә уйнай.