Ноябрь айында Сибайҙың «Сулпан» дәүләт балалар театрында «Теүәтәй һәм Өфө» исемле спектаклдең премьераһы булып үтте. Әҫәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бала сағы тураһында.
– Мостай ағайҙың кескәй саҡтан уҡ Өфө хаҡында хыялланыуы сәбәпсе булды был пьесаны яҙыуға, – ти әҫәрҙең авторы, билдәле драматург Наил Ғәйетбай. – Ул был хаҡта «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында яҙа. Йәнә мин кескәй Мостайҙың бәләкәстән изге күңелле, юғары рухлы булып үҫеүен күрһәтергә тырыштым, бер ҡатлы ғына тәүге шиғырҙар ижад итеүе лә бар пьесала.
Әҫәрҙә Мостайға алты йәш, дуҫтарына ла шул тирәһе. Улар бәхәсләшә, шаяра, аҙаҡ, Өфөгә юлға сыҡҡас, төрлө мажараларға тап булалар. Йәш тамашасылар тын да алмай йотлоғоп ҡараны спектаклде, аҙаҡ, тағы ла дауам итмәҫме тигәндәй, таралышмай ултырҙылар.
– Был әҫәр мине күптән ҡыҙыҡһындырҙы. Уның авторы – минең яратҡан драматургым, – тине спектаклдең режиссеры, «Сулпан» театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Вәлитова. – Икенсенән, әҫәр халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бала сағы тураһында булыуы менән ҡыҙыҡлы. Бик илһамланып эшләнек. Әҫәрҙә характерҙар ярылып ята. Шуға актерҙарға образдарға инеү ауыр булманы. Балалар яратып ҡарай. Көнөнә ике-өс спектакль уйнайбыҙ. Залыбыҙ һәр ваҡыт шығырым тулы.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: бөтә ролдәрҙе лә Сибай сәнғәт колледжының актерҙар бүлеген тамамлаған йәш артистар уйнай. Ваҡытында ошо колледж ул осорҙа мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләгән Наил Ғәйетбайҙың инициативаһы менән асылғанлығы билдәле. Шуға ла пьеса авторына икеләтә рәхмәтле театр коллективы.
Кескәй Мостайҙың ролен Юлдаш Юлдыбаев башҡара. Уның дуҫтары Гәрәй, Кирәй, Йәркәй образдарын Данис Искәнйәров, Илфат Мерәҫов, Баязит Ғәйнуллин уйнай. Әсә образын Земфира Алтыншина һынландыра. ҡалған ролдәрҙе Земфира Юлмөхәмәтова, Илгизә Байназарова, Альбина Вәлиева, Фәнил Сөнәғәтов һәм Раян Яҡупов башҡара.
Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Лүзә Байегетова, музыкаль яҡтан биҙәүселәре – Раушан Хөснөтдинов менән Салауат Оморҙаҡов, бейеүҙәрҙе ҡуйыусы – Мехринисо Маматова.
Әлмира КӘРИМОВА.