Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Ноябрь 2011, 19:33

Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!

Хәйбуллала данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған Республика ҡурайсылар конкурсы үтте17 – 18 ноябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Республика ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Башҡорт ҡурайын донъя күләмендә танытҡан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған был конкурста Башҡортостандың төрлө төбәктәренән боронғо ҡоралда уйнаусылар ҡатнашты.Байрам саралары 17 ноябрҙә Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа бағышланған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы менән асылды. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы Сәйфулла ағай Хәйбулла районында ҡурайҙы пропагандалауға күп көс түккән, шул арҡала хәйбуллаларҙың ихтирамына ирешкән. Әлеге ваҡытта райондың һәр ауылында тиерлек ҡурайсылар булыуында уның өлөшө ҙур.

Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
Читайте нас: