Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Ноябрь 2011, 18:28

Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»

Республикала икенсе тапҡыр «Юлдаш» йыры» конкурсы үтте Ике көн буйы баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайы йыр-моң донъяһында йөҙҙө. Профессиональ артистар менән халыҡ араһынан сыҡҡан йырсылар «Юлдаш» йыры»нда оҫталыҡтарын күрһәтте, тамашасыны баҫып алҡышларға мәжбүр итте, илһамландырҙы, моңландырҙы.

Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»
Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»
Республикала икенсе тапҡыр «Юлдаш» йыры» конкурсы үтте

Быйыл яратҡан йырсылар өсөн тауыш биреү ҙә ойошторолғайны. Тауыштарҙы смс-хәбәр аша йә «Юлдаш» каналының сайтында юллау мөмкинлеге бар ине. Ошо нигеҙҙә тағы ла ике номинация булдырылған. Өфө ҡалаһынан Зөлфирә Дәүләтбаева, иң күп смс-тауыш йыйып, «Асыш һәм ихтирам», ә Стәрлетамаҡтан «Йөрәктау» ан­самбле 2177 тауыш менән «uldashfm.ru» номинациялары менән бүләкләнде. «Иң йәш башҡарыусы» – Благовар егете Альфред Ғабдрахманов та жюри иғтибарынан ситтә ҡалманы. Өсөнсө урынға Өфөнән Илдар Нуриев, Мәләүездән Фәүзиә Суфиянова, Бүздәктән Айрат Гәрәев лайыҡ булды. Әйткәндәй, «Юлдаш» йыры»нда башҡорт йырсылары ғына түгел, татар башҡарыусылары ла теләп ҡатнаша. Айрат Гәрәев, мәҫәлән, «Өс ҡайын» йыры менән тамашасы һөйөүен яуланы. Был һәләтле егет бер ҡасан да фонограммаға йырламауы менән дә иғтибарға лайыҡ.
«Икенсе урын алыусы конкурсанттар беренсе урын алғандарҙан тамсы ла ҡалышмай, − ти концертты ойоштороусылар. − Улар ҙа шул тиклем ныҡ һәләтле, әҙерлектәре лә бик юғары кимәлдә, тауыштары ла көслө». 57 йәшлек Венер Моратов гитарала уйнап, үҙе яҙған йырҙарҙы ла башҡара. Үҙе шул тиклем яуаплы, пунктуаль кеше, уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Йөрәге менән йәш, дәртле конкурсанттар­ҙың тағы ла берәүһе − 60 йәшлек Урал Бикташев. Ул башҡорт халыҡ йыры «Сыбай ҡашҡа»ны башҡарҙы. Уларҙың икеһенә лә тормошта байтаҡ ауырлыҡ кисерергә тура килгән. Әммә улар бирешмәгән, йәшлек дәртен һаҡлап ҡала алған. Һәр ваҡыт йыр менән йәшәүҙәре лә ярҙам итәлер. Икенсе урынға лайыҡ егеттәрҙең тағы ла берәүһе − Сибайҙан Фәнис Сирбаев (әйткәндәй, сибайҙарҙан да әүҙемерәк йырсылар юҡ конкурста). Икенсе урын ғына алыуына ҡарамаҫтан, халыҡ уны шул тиклем йылы ҡабул итте, конкурстан һуң да сәхнә артына килеп: «Афарин, ҡустым», − тип, әллә нисәмә тапҡыр ҡулын ҡыҫып киттеләр. Һөнәре буйынса ябай слесарь ғына булған ир-егеттең күңелендә шул тиклем моң йөрөтөүе һоҡланғыс күренеш шул. Уның менән Сибайҙа Дим Шәрәфиев, Ғайсар Моратов, Рәмил Туйсиндарҙан торған бик көслө төркөм эшләй. Уларҙың йырсыға һәйбәтләп әҙерләнергә ярҙам итеүе Фәнистең сығышында ла сағылмай ҡалманы. Әйткәндәй, Фәнис Сирбаев ғаиләһе менән «Бәхетнамә» тапшырыуында ла ҡатнаша, уның өсөн тауыш юлларға ла була. Икенсе урынды яулаусы Белорет районы йырсыһы Фәриҙә Ноғоманова ла үҙ баһаһын лайыҡлы алды.
Беренсе урынға Өфөнән Резеда Шәрә­фетдинова һәм Сибайҙан Динар Ласынов лайыҡ булды. Динарҙы «Йәшлек» гәзите лә үҙенең Маҡтау ҡағыҙы һәм призы менән тәбрикләне.
Конкурста ҡатнашыусылар байрамдан бик ҡәнәғәт таралышты. Улар үҙҙәренең талантын бөтә республика кимәлендә танытыу мөмкинлегенә эйә булды, ҙурыраҡ осоштар өсөн старт алды, ҡанаттарын нығытты. Билдәле сәхнә артистары ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр алыу ҙа һәр кемгә тәтемәй бит. Бүләктәр тигәндән, «Асы», «Йоматау», «Яҡтыкүл» шифаханаларына юлламалар, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге» дәүләт учреждениеһының, «Спорт», «Азалия» магазиндарының һәм «Бәхетле» агентлығының бүләктәре йырсыларҙың күңеленә хуш килде.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Читайте нас: