Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Ноябрь 2011, 18:15

Бер ҡайтайыҡ әле йәшлеккә

Ретро-дискотекаға рәхим итегеҙ! Их, йәшлек көйҙәрен ишетеү менән йөрәктәр елкенеп китеп, йәш саҡтар иҫкә төшәме? Ә аяҡтар үҙенән-үҙе бейей башлаймы? Улайһа 17 ноябрҙә Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» ипподромының клуб залында уҙасаҡ ретро-дискотекаға рәхим итегеҙ! Был кисәне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты «Йәшлек» гәзите редакцияһы һәм Учалы районының йәштәр берлеге ойоштора. Унда 1990 – 2000 йылдарҙың иң сағыу республика сәхнә «йондоҙҙары», шулай уҡ йәш йырсылар сығыш яһаясаҡ. Һеҙҙе конкурс-викториналар, ҡыҙыҡлы уйындар, күңелле тамашалар көтә. Яратҡан гәзитегеҙҙең журналистары менән аралашыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр. Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ!

Ретро-дискотекаға рәхим итегеҙ!
Их, йәшлек көйҙәрен ишетеү менән йөрәктәр елкенеп китеп, йәш саҡтар иҫкә төшәме? Ә аяҡтар үҙенән-үҙе бейей башлаймы? Улайһа 17 ноябрҙә Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» ипподромының клуб залында уҙасаҡ ретро-дискотекаға рәхим итегеҙ! Был кисәне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты «Йәшлек» гәзите редакцияһы һәм Учалы районының йәштәр берлеге ойоштора. Унда 1990 – 2000 йылдарҙың иң сағыу республика сәхнә «йондоҙҙары», шулай уҡ йәш йырсылар сығыш яһаясаҡ.
Һеҙҙе конкурс-викториналар, ҡыҙыҡлы уйындар, күңелле тамашалар көтә. Яратҡан гәзитегеҙҙең журналистары менән аралашыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр. Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ!
Читайте нас: