Башҡортостанда халыҡтарҙың милли мәҙәниәттәр телевизион фестиваль-марафоны үтә. Ул республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Уны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, республика ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре республика халыҡтарының милли мәҙәниәтен, халыҡ ижады жанрҙарын һәм үҙешмәкәр сәнғәтте һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында ойоштора.
Фестивалде асыу тантанаһы Архангел ауылында үтте. Унда Өфө ҡалаһы, Архангел, ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Артабан фестиваль Көньяҡ Урал төбәгенә юл алды.
Сермән ауылына Белорет, Әбйәлил, Бөрйән һәм Учалы райондарының фольклор коллективтары йыйылды. Фестивалде ойоштороусылар исеменән унда ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең Нефтекама ҡалаһындағы филиалы директоры Владимир Юрин сәләмләне.
Бөгөнгө форумда беҙ тағы бер тапҡыр Башҡортостандың ғорурлығы булған милли байлығыбыҙҙы күрәсәкбеҙ. Ул − республикабыҙҙың биҙәге булырҙай ижади коллективтар, − тине ул. Владимир Юрин, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләп, фестивалде ойошторғандары өсөн Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Белорет районынан халыҡтарҙың милли мәҙәниәттәре телевизион фестиваль-марафонында дүрт халыҡ фольклоры коллективы ҡатнашты. Сермән ауылынан «Хәтирә» ансамбле башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. ҡағынан «Дубравушка» коллективы башҡарыуында боронғо ҡағы йырҙары яңғыраны. Ә Шығай ауылынан «Гөлнәзирә» ансамбле менән Үткәлдән «Үткәл» ансамбле башҡорт йолаларын күрһәтте. Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары коллективтарының сығыштары ла сағыу һәм матур булды.
Артабан эстафетаны Баймаҡ ҡалаһы ҡабул итте. Унда Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы коллективтары сығыш яһаны. Халыҡ таланттарына бай был яҡтарҙа ла фестиваль шаулап-гөрләп үтеп китте. 15 октябрҙә фестивалде Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡабул итте. Кисә ул Кушнаренко ауылында, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында уҙҙы, бөгөн – Бөрөлә, 21 октябрҙә Саҡмағошта, Раевкала һәм Бәләбәйҙә дауам итәсәк. Иң һуңынан, йәғни 22 октябрҙә мәсетлеләр сығыш яһаясаҡ. Дөрөҫөрәге, жюри был төбәктә яҡшы коллективтарҙы һайлап аласаҡ. Улар иһә 1 декабрҙә Өфө ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында гала-концертта ҡатнашасаҡ.