Башҡортостан − иң күп тел өйрәнеүсе төбәктәрҙең береһе. Әле иһә тағы бер телде өйрәнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Өфө ҡалаһында грузин йәкшәмбе мәктәбе асылды. Бында телде өйрәнергә теләүсе һәр кем йөрөй ала. Дәрестәр бушлай. Тәүге дәрес Халыҡтар дуҫлығы йортонда үтте. Әлегә дәрестәр телде өйрәнеүгә генә арнала. Киләсәктә иһә әҙәбиәт, тарих, милли музыка һәм бейеү, Грузия мәҙәниәте буйынса ла дәрестәр үткәреү планлаштырыла.