Өфө ҡалаһы бөтә республиканан йыйылған йәштәрҙе берләштерә. ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең, уҡыу-эштән тыш, матур итеп ял иткеһе лә килә. Әммә бихисап күңел асыу урыны булыуына ҡарамаҫтан, унда үҙеңдең рухташтарыңды табырмын тимә. Башҡорт йәштәренең ҡыуанысына күрә был мәсьәлә хәл ителде кеүек.
Ошо көндәрҙә баш ҡалала «Берҙәмлектә – көс!» тип аталған башҡорт дискотекаһы уҙҙы. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән республиканың йәш яҡташтар берлеге ойошторҙо. Уның маҡсаты – үҫеп килеүсе быуынды әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу. Осрашыу башында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур ҡолһарина менән Республика йәш яҡташтар ассоциацияһы рәйесе Даян Солтанғужин йыйылыусыларҙы сәләмләне. Шунан «Йәйге осорҙа иң яҡшы йәш яҡташтар берлеге» конкурсына йомғаҡ яһалды. Гран-приға Хәйбулла йәштәре лайыҡ булды. Тәүге урынды – мәсетлеләр, икенсене – Салауат районы, өсөнсөнө әбйәлилдәр алды. Уларға Маҡтау ҡағыҙы һәм кубоктар тапшырылды.
Хәйбулла районының йәш яҡташтар берлеге рәйесе Даян Солтанғужин менән уның ярҙамсыһы Нурия (әйткәндәй, улар яңы ғына өйләнешкән икән. ҡотлайбыҙ!) йәй дауамында ниндәй эштәр атҡарғанын һөйләне:
– Һабантуйҙан һуң, йәштәр менән «Минең таҙа районым» акцияһын үткәрҙек. Дәррәү йыйылышып, байрам булған ерҙе таҙарттыҡ. Бөтәһе ике «КамАЗ» сүп-сар йыйып түгелде.
Йәнтеш ауылының хозур төбәгендә ике көнлөк палата лагеры ойошторҙоҡ. Ул күптәрҙең хәтерендә матур иҫтәлек булып ҡалғандыр. Унда төрлө спорт ярыштары, конкурстар, тренингтар булды. «Хәйбулла-шоу», район хакимиәте башлығы кубогына КВН үткәреү матур йолаға әйләнде. Йәй буйына һәр шәмбе һайын Аҡъяр ауылында тематик дискотекалар үтте.
Хәйриә эшен йәйелдереп ебәрҙек. Йыйылған аҡсаға буяу һ.б. әйберҙәрен һатып алып, урындағы приютҡа ремонт эшләргә ярҙам иттек. Ғөмүмән, йәштәр әүҙем, берҙәм булды, һәр башланғысты күтәреп алып, ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, аҙағынаса еткерҙеләр.
Салауаттарҙы юлдар проблемаһы борсой икән. Улар 1500 ҡултамға йыйып, дәүләт власына мөрәжәғәт иткән. «Әле һөҙөмтә көтәбеҙ. Мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ», – тине ошо райондың йәштәр берлеге етәксеһе Азат Нуриев.
Мәсетле йәштәре лә үҙҙәренең район хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә. Уларҙың ойошмаһы юридик яҡтан да теркәлгән. Лидерҙары Айгөл Хафизова әйтеүенсә, был төбәк егет-ҡыҙҙары йәйгеһен ауыр холоҡло үҫмерҙәр өсөн өс көнлөк поход ойошторған. «Шулай уҡ төрлө мәҙәни саралар – «Күңел өсөн моң», КВН, Студент көнө һ.б. даими үтте», – тине ул.
Дискотекала йәштәр «ритайым» һуҡты, эстрада йырсыларының йырҙары аҫтында рәхәтләнеп бейене, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Урында уҡ милли аш-һыу тәҡдим ителде.
Бындай сараны ойоштороусыларға, афарин, тип әйтергә ҡала. Башҡорт дискотекаһы бушлай, һәр кесе йома «Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк. Йәштәр, тиңдәштәрегеҙ менән аралашырға, яңы танышлыҡтар булдырырға рәхим итегеҙ!
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.