Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Август 2011, 20:16

Корея актерҙары Рәсәй тамашасыларын яулай

Ли Мин ХоИсеме: Ли Мин Хо (Lee Min Ho).Һөнәре: актер.Тыуған көнө: 1987 йылдың 22 июне.Буйы: 185 см.

Корея актерҙары Рәсәй тамашасыларын яулай
Корея актерҙары Рәсәй тамашасыларын яулай
Ли Мин Хо

Сәхнә исеме: Ким Бум (Kim Bum).
Ысын исеме: Ким Сан Бом (Kim Sang Bum).
Шулай уҡ ул ошо исемдәре менән дә билдәле: Bum-Bum, Ba-Bum.
Һөнәре: актер.
Тыуған көнө: 1989 йылдың 7 июле.
Буйы: 181 см.
Ауырлығы: 63 кг.
Йондоҙлоғо: ҡыҫала.
Хоббийы: футбол, бейсбол, кендо.
Яратҡан төҫө: ҡара.
Бәхет килтереүсе һаны: 7.
Белеме: Кенбок (Gyeongbok) юғары мәктәбе, 2007 йылда Чунан университетына (Chung-Ang University) уҡырға инә.
Ким Бум тураһында тағы бер нисә һүҙ:
− Ул Австралияға уҡырға китә һәм бер йыл тирәһе шунда йәшәй.
− Мәктәптә гел уҡыу алдынғыһы була. Бер саҡ, футбол менән шөғөлләнеп, 8-се урынға төшә. Быға ул ғәрләнә һәм артабан һәр өлкәлә лә гел беренсе булырға тырыша.
Ким Бумдың күҙҙәрен һәм йөҙөн балҡытып бер йылмайыуы ғына ла ҡыҙҙарҙы әсир итергә һәләтле. Был уның бәләкәй сағынан уҡ тойола башлай − балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк ҡыҙҙар әкиәт китаптарын тотоп, уның артынан эйәреп йөрөй. Ул бәләкәйҙән үк бик аҡыллы була. 3 – 4 йәшенән мөкиббән китеп көнө буйы фильмдар ҡарай, улар тураһында ихлас һөйләй һәм тәнҡитләй ҙә белә. Ул ваҡытта бөтәһендә лә йырсы булыу теләге көслө була, әммә Ким Бум йырларға яратмай. Уның ҡарауы, бынамын тигән футболсы була, иң шәп голдарҙы индерә. Хатта командаларының капитаны булып китә, тик бер саҡ 0:10 иҫәбенә еңелгәнде күтәрә алмай, футболдан китә.
Актер булып китеүе еңелдән булмай, әллә күпме тәнҡит ишетергә тура килә, әммә егеттең ныҡышмалығы еңә. 17 йәшенән киноға килгән 22 йәшлек актер экрандарҙан үҙенең ролдәре, сибәрлеге, йылмайыуы менән тамашасыларҙың һөйөүен яулауын дауам итә.
Читайте нас: