Был фильмдар тормошҡа ыңғай ҡараш тыуҙыра, киләсәккә оптимистик күҙлектән ҡарарға өйрәтәләр. Хатта «49 көн» дорамаһында ла. Унда төп геройҙар һәләк була, әммә улар лайыҡлы, үкенмәҫлек итеп йәшәргә, туғандарыңды һәм яҡындарыңды яратырға, үҙеңдән һуң изгелек ҡалдырырға өйрәтә.
Бындай фильмдарға ғашиҡ кешеләр бик күп булып сыҡты. «Вконтакте» сайтында ғына ла Азия фильмдарын яратыусыларҙың әллә нисәмә төркөмө бар, унда меңәрләгән кеше иҫәпләнә. Кино донъяһындағы яңылыҡтар менән бүлешеп, фекер алышып тора ҡыҙыҡһыныусылар. Был сайттарға килеп ингәс, фильмдарҙың дорама тигән төрө лә барлығын белдем. Һеҙҙе лә тап шул сериал төрө менән таныштырып үткем килә. Аниме сәнғәте менән бөтәбеҙ ҙә таныш инде. Манга тураһында ла ишеткәнебеҙ бар. Манга – Япония комикстары, күп осраҡта тап улар буйынса аниме төшөрөлә. Аниме үҙенә күрә бер йәнһүрәт һымаҡ. Ул Японияла 1917 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. Тик, йәнһүрәттәрҙән айырмалы рәүештә, уның аудиторияһы балалар ғына түгел, йәштәр, хатта ололар ҙа. Улар, телесериал һымаҡ, бер нисә сериянан тора. Дорамалар тип, башлыса, тап шул аниме һәм манга нигеҙендә төшөрөлгән сериалдарҙы атайҙар. Әммә уларҙың үҙ аллы әҫәрҙәр булыуы ла мөмкин.
Дорамалар, ғәҙәттә, 10 – 14 сериянан тора. Серияларҙың һаны Японияла телевизион йылдың миҙгелдәргә бүленеүенә бәйле. Һәр серия бер сәғәт тирәһе бара. Сериалдың үҙенең логик тамамланышы бар, әммә ҡайһы осраҡта уларҙың дауамын да төшөрәләр.
Дорамалар төрлө темаларҙы үҙ эсенә ала – комедия, спорт тураһында сериалдар, детектив, тарихи сериалдар һ.б. кино төрҙәре. Әммә иң киң таралғаны, әлбиттә, романтика, мөхәббәт темаһы.
Дорамаларҙы, ғәҙәттә, ҡыҙҙар үҙ итә, әммә егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа яратып ҡарай торған мәктәп тормошо («Gokusen», «GTO», «Dragon Zakura»), спорт («Water boys», «H2») тураһындағы сериалдар, социаль комедиялар («Densha Otoko») ҙа бар.
Төрлө илдең дорамалары бер-береһенән бер ни тиклем айырыла ла. Иң күңелгә ятҡаны – Корея сериалдары. Улар айырыуса яҡты, тормошҡа һөйөү уятыусан булыуы менән күңелде арбай. Шулай ҙа күптәр Япония сериалдарына өҫтөнлөк бирә.
Дорамалар тураһында күп һөйләп тороуҙан мәғәнә юҡ, уларҙы ҡарарға кәрәк. ҡарарға ла, йә ғашиҡ булырға, йә әкиәт был, тип йөҙ борорға. Уныһы инде һинән тора, тамашасы. Миңә ҡалһа, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе был фильмдарҙа һәр кем үҙенә нимәлер таба ала.
Был сериалдар әллә ниндәй донъя проблемаларын хәл итмәй, ябай, хатта әкиәти донъя ла һымаҡ. Шуға ла донъяның ҡырыҫлығына, Көнбайыш стандарттарына өйрәнгән кеше бындай тойғоларҙы, сентименталлекте тәү ҡарашҡа бөтөнләй ҡабул итмәҫкә мөмкин. Әммә уларҙың донъяға ҡарашы, ҡиммәттәре бүтән икәнен аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Бөтә стереотип һәм скептик ҡараштарҙан ҡотолоп, шул донъяға инеп сумырға. Һәм үҙеңде өләсәһенең әкиәттәрен тыңлап ултырған сабый итеп тойорға.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.