Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Август 2011, 16:15

Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!

Баймаҡ районының Граф күле буйында шаулап-гөрләп Башҡорт йәштәре көндәре үттеТәбиғәт ҡосағында күңелле ял итеү өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, яҡшы кәйеф, сыуаҡ көн һәм дуҫтар. Ошо өс тағанға таянып, палатка, ҡаҙан йөкмәгән, гитара, туп менән ҡоралланған дәртле, әүҙем йәштәр йома иртәһенән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы эргәһендә урынлашҡан Граф күле буйына ағыла башланы. Июлдең иң һуңғы шәмбеһендә көн болотлап, ана илайым, бына түгеләм, тип инәлтеп торғандан һуң, таң менән йәшенле ямғырын ҡойҙо ла, шуның менән мөрхәтһенеп, асылып китте.

Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!
Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!
Читайте нас: