Халыҡ яратып тыңлаған йырсылар, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу «йондоҙ»ҙары Айҙар Ғәлимов менән Иҙрис Кәлимуллинға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исемдәре бирелде.
«Айҙар» театр студияһы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Айҙар Ғәлимов менән «Сәйәр» йәштәр ижад үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Иҙрис Кәлимуллинға бындай юғары исем биреү тураһындағы Указға БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Ике йырсы ла быға тиклем «БР-ҙың атҡаҙанған артисы» исемдәрен алғайны.