Бөтә яңылыҡтар

Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...

Айгиз Ғабдуллин Яныбай Хамматовтың «ҡара яу» әҫәренә нигеҙләнеп яҙылған сценарий буйынса «Мораҙым хан» исемле ҡыҫҡа метражлы кинофильм төшөрәИх, хәлемдән килһә, хәҙер тиҙ генә һеҙгә, гәзит уҡыусыларға, Айгиз Ғабдуллин ҡустыһы Илгиз менән төшөргән «Мораҙым хан» исемле ҡыҫҡа метражлы кинокартинаның йөкмәткеһен һөйләп бирер инем, тик ярамай... Эйе, Айгиз Ғабдуллин, «Алмабикә» фильмының режиссеры, ошо арала яңы мауыҡтырғыс эш менән мәшғүл: Яныбай Хамматовтың «ҡара яу» китабына нигеҙләнеп яҙылған сценарий буйынса кино төшөрә. Сценарий авторҙары – Радик Өмөтҡужин менән Айгиз үҙе. 1380 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнә унда. Башҡорттарҙы яуға күтәрер өсөн Мораҙым хан ил буйлап сәфәр ҡылғанда бер йәйләүҙә йәшлек мөхәббәте Зөлхизәне осрата. Был хаҡта бер тарихи сығанаҡта ла мәғлүмәт юҡ, ни бары халыҡ хәтерендә генә һаҡланған ул осрашыу. Быға Әбйәлил районының Буранғол ауылы янындағы Мораҙым туғайлығы ла шаһит, тиҙәр... Ашамайым-ашамайым, тип берәү бер алдыр аш ашаған, тигән һымаҡ, һөйләмәйем-һөйләмәйем, тип фильмдың йөкмәткеһен һөйләй ҙә башланым. Хәйер, сюжеты ҡыҙыҡ булғас, һөйләмәйенсә лә түҙеп булмай. Әйткәндәй, фильмда төп геройҙарҙы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Гөлнара менән Илсур ҡаҙаҡбаевтар башҡара.

Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...
Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...
Читайте нас: