-13 °С
Болотло
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Июль 2011, 15:51
ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕ
Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы янындағы лагерҙа «Байыҡ» республика башҡорт бейеүе конкурсының гала-концерты үттеМораҙым тарлауығының мәғрур ҡаяларына һуғылып, меңәр йылдар буйы ярһып аҡҡан Оло Эйек йылғаһы уҙған ял көндәре үҙенең көслө тауышын әкренәйтә төштө. Хатта уның ағышы ла туҡтап ҡалғандай тойолдо. Шулай булмай ни, бында, Күгәрсен районының «Урман әкиәте» ял лагеры базаһына, балалар араһында ойошторолған «Байыҡ» республика башҡорт бейеүе конкурсының гала-концертында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан йөҙәрләгән йәш бәйгесе йыйылғайны. ҡыҫҡа ғына ваҡытта абруйы ярайһы ғына киң таралған бәйгегә шулай уҡ Чечен, ҡабарҙы-Балҡар Республикаларынан, Тверь өлкәһенән, ҡаҙағстандан да бихисап бәйгесе килде. Шул ҡәҙәр ерҙән йыйылған дәртле балаларҙың табан аҫтарынан ут сәсрәтеп бейеүенә күҙ ҙә һалмай, нисек ағып ятмаҡ кәрәк был ваҡытта?!
ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕ
Читайте нас: