Бөтә яңылыҡтар

Нәфистәрҙән нәфислек тыуа

ҡала автобустары туҡталышында торғанда: «Был донъя ҡайҙа бара икән? Бер генә лә юбка йәки күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙы осратмаҫһың, барыһының да өҫтөндә салбар! Ир ни, бисә ни, айырырлыҡ та түгел», – тип теш араһынан «сырт» итеп төкөрөп ҡуйған ике ирҙең һөйләшеүенә ҡарата килеш-килбәте менән, ысынлап та, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан күпкә айырылып, әллә ҡайҙан күҙгә бәрелеп торған таныш ханымдың образы күҙ алдына килеп баҫты. Үҙ ғүмеремдә уны бер тапҡыр ҙа салбарҙа осратҡаным юҡсы. Һомғол кәүҙәһенә һылашып ҡына торған оҙон итәкле күлдәк-юбкалары, плащтары һәм бәлтә-тундары, килешле генә итеп биҙәнеүе, ялтырап торған ҡап-ҡара сәсен уртаға ярып тарап, оҙон толомон нәзәкәтле генә итеп артҡа төйнәп ҡуйыуы уның ысын нәфис заттан булыуын дәлилләй.

Нәфистәрҙән нәфислек тыуа
Нәфистәрҙән нәфислек тыуа
Читайте нас в