7 – 12 июндә «Берҙәмлек – Содружество» Х халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Ул «2006 – 2011 йылдарҙа Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарыла.
«Берҙәмлек – Содружество» фестивале Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ҙур әһәмиәткә эйә. Быйылғы сара милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналған. Ул Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтары мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында уҙғарыла.
Фестивалдә Италия, Төркиә, Әзербайжан, Нигерия, Мадагаскар, Гватемала, ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ.
Быйылғы байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында үтәсәк. Фестиваль программаһы бик йөкмәткеле. Унда ҡатнашыусыларҙың райондар буйлап үтәсәк турында концерттар, карнавалдар, халыҡ ижады йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ фестиваль барышында «Рус йыры байрамы», һабантуй, кейеҙ байрамы һәм «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011» фоторәссамдар акцияһы үтәсәк.