Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Апрель 2011, 22:06

Беҙ йырлаған йырҙар

Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында «Егерменсе быуаттың беҙ яратҡан йырҙары» исемле йөкмәткеле концерт үтте. Сарала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Радость», «Звездный час» бейеү төркөмдәре, республикала танылған йырсылар Диана Ишниязова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Рафаэль Рәхмәтуллин, «Ант» төркөмө һ.б. сығыш яһаны.

Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында «Егерменсе быуаттың беҙ яратҡан йырҙары» исемле йөкмәткеле концерт үтте. Сарала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Радость», «Звездный час» бейеү төркөмдәре, республикала танылған йырсылар Диана Ишниязова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Рафаэль Рәхмәтуллин, «Ант» төркөмө һ.б. сығыш яһаны.
Ниндәй һуң ул үткән быуаттың беҙ яратҡан йырҙары? Өлкәндәргә, әлбиттә, уларҙың йәшлегендә – колхоз-совхоздар эше, сиҙәм күтәреү, удар төҙөлөштәр хаҡында яҙылған йырҙар яҡын. Һәр нәмәлә алда барған комсомол йырҙарының ниндәй көскә эйә булғанын әсәй-атайҙар, инәй-бабайҙар яҡшы белә. Бөйөк Ватан һуғышында ла ил һаҡсыларын дәртләндерерлек йырҙар тыуған, юғалтыу­ҙар, мәңгегә хушлашыуҙар тураһындағы шиғырҙар ҙа көйгә һалынған. Еңеүҙән һуң халыҡ дәррәү илде тергеҙеүгә, ҡалалар һалыуға, ауыл хужалығын үҫтереүгә тотон­ған. Был осорҙа инде дәртле лә, патриотик та, әйҙәүсе лә йырҙар күпләп ижад ителгән. Апай-ағайҙар, иҫләгеҙ әле, илдәге ҡеүәтле төҙөлөштәргә юлланғанда, Рәсәйҙең теге йәки был мөйөшөнә комсомол юлламаһы менән ебәрелгәндә нимә тип йырлай торғайнығыҙ?
...Мой адрес не дом и не улица,
Мой адрес – Советский Союз...
Был йырҙы кем генә ятҡа белмәгән икән. Ә мөхәббәт, әсәй тураһында йырҙар һәр заманда ла яратып башҡарылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Егерменсе быуаттың беҙ яратҡан йырҙары», ысынлап та, тамашасыларҙы үткән көндәргә алып ҡайтҡандай булды, күптәр артистарға ҡушылып йырлап та ултырҙы. Әйткәндәй, сәхнәнең биҙәлеше лә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы: йырҙың ниндәй осорҙа танылған булыуына ҡарап, экрандан видеояҙмалар күрһәтелде, башҡарыусыларҙың кейемдәре лә заманына тап килә ине. Тамашасылар бигерәк тә «Ант» төркөмөн ихлас алҡышланы.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: