Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Апрель 2011, 14:43

Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы

Өфөнөң Якутов исемендәге паркында ойошторолған Науруз байрамы быйыл да сағыу төҫтәре, уйын-көлкө һәм бейеүҙәре менән иҫтә ҡалыр. Күп милләтле Башҡортостан халҡының дуҫлығын, яҙҙы, ҡояшты, көн һәм төндөң тиңләшеүен, мөхәббәтте кәүҙәләндергән матур байрам баш ҡалабыҙҙа йыл һайын билдәләнә.

Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы
Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы
Әлбиттә, төрлө милләт вәкилдәре йыйылған байрамда һәр бер халыҡ үҙенең мәҙәниәтен, тарихын, аш-һыу байлығын күрһәтеп ҡалырға ла, башҡалар менән аралашып өлгөрөргә лә тырыша. Шуға ла һәр милли-мәҙәни үҙәк янында туҡтауһыҙ йыр-моң, дәртле бейеүҙәр гөрләп торҙо, милли костюмдағы егет һәм ҡыҙҙар, ололар ҙур йыйын ойошторҙо. Теләгән һәр кем бушлай таратылған эҫе сәй, былау менән һыйланды. Байрамды күрергә килгән халыҡҡа һәр бер милли-мәҙәни үҙәк вә­килдәре концерт номер­ҙары ла әҙерләгәйне. Сәхнәнән төрлө телдәге йырҙар яңғыраны, әле һалмаҡ ҡына, берсә дәртле бейеүҙәр күңелде күтәрҙе. Олораҡ кешеләр, сабыйҙары менән килгән ҡатын-ҡыҙҙар концертты рәхәтләнеп ҡарау өсөн: «Их, эскәмйәләр ҙә ҡуйыл­һа ине...» – тип зарланып алһа ла, сығыштар аяҡ үрә баҫып ҡарарлыҡ бик шәп булды!
Науруз байрамы мәжүсилек заманынан бирле билдәләнеп, уның дингә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаһа ла, уны күпселек осраҡта мосолмандар йәшәгән Урта Азия, Иран илдәрендә киң билдәләй­ҙәр. Тажик, үзбәктәр өсөн Науруз – иң ҙур бай­рамдар­ҙың береһе. Ул яҙын билдәләнгәнгә күрә, киләһе йылға уңыш һалыуҙы күҙ уңында тота. Һәм, әлбиттә, көн менән төндөң тиңләшеүен һынландыра. Был көндө кешеләр йомарт булырға, өҫтәлдәрен тултырып һый-ниғмәт әҙерләргә, уйын-көлкөлө бай­рамдарҙа ҡатнашырға, яҡын­дары менән аралашырға те­йеш. Байрам йолаһын яҡшы белгән халыҡтар тап шулай итте лә.

Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: