Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Апрель 2011, 14:48

«Берҙәмлек – 2011» ҡунаҡтар йыясаҡ

7 – 11 июндә республикабыҙҙа Х Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале – «Берҙәмлек – Содружество – 2011» үтәсәк. Сара Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим. Унда сит ил ҡунаҡтары ла буласаҡ. Быйылғы фестиваль Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала һәм Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтарының мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында уҙғарыла. Быйылғы байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында үтәсәк. Фестиваль программаһы бик йөкмәткеле. Унда ҡатнашыусыларҙың райондар буйлап үтәсәк турында концерттар, карнавалдар, халыҡ ижады йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ фестиваль барышында «Рус йыры байрамы» һәм «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011» фоторәссамдар акцияһы үтәсәк.Р. РИНАТОВА.

7 – 11 июндә республикабыҙҙа Х Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале – «Берҙәмлек – Содружество – 2011» үтәсәк.
Сара Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим. Унда сит ил ҡунаҡтары ла буласаҡ. Быйылғы фестиваль Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала һәм Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтарының мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында уҙғарыла.
Быйылғы байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында үтәсәк. Фестиваль программаһы бик йөкмәткеле. Унда ҡатнашыусыларҙың райондар буйлап үтәсәк турында концерттар, карнавалдар, халыҡ ижады йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ фестиваль барышында «Рус йыры байрамы» һәм «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011» фоторәссамдар акцияһы үтәсәк.
Р. РИНАТОВА.
Читайте нас: