-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Апрель 2011, 18:03

Ауылда ла кино төшөрәләр

йәки «Алмабикә» фильмы мөхәббәт тураһында ғына түгел«Ысын кино төшөргәндәрме?» – тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер. Эйе, Әбйәлил районының Байым ауылында былтыр йәмле йәй айҙарында, бар халыҡты ғәжәпләндереп, «Алмабикә» исемле кинофильм төшөрөлөүе хаҡында «Йәшлек» гәзите яҙғайны инде. Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин. Фильмдың сюжеты ҡатмарлы түгел. Ул ауылға эшкә килгән йәш уҡытыу­сы Дилбәр Вәғизовна хаҡында. ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам, тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Нәғимйән улы аҙаҡ мөғәллимәгә башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла.

Ауылда ла кино төшөрәләр
йәки «Алмабикә» фильмы мөхәббәт тураһында ғына түгел
«Ысын кино төшөргәндәрме?» – тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер. Эйе, Әбйәлил районының Байым ауылында былтыр йәмле йәй айҙарында, бар халыҡты ғәжәпләндереп, «Алмабикә» исемле кинофильм төшөрөлөүе хаҡында «Йәшлек» гәзите яҙғайны инде. Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин. Фильмдың сюжеты ҡатмарлы түгел. Ул ауылға эшкә килгән йәш уҡытыу­сы Дилбәр Вәғизовна хаҡында. ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам, тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Нәғимйән улы аҙаҡ мөғәллимәгә башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла.
«Уҡытыусы йылына арнап төшөрөлгән был фильмды ҡарағас, ни өсөн кинофильм­дың «Алмабикә» тип аталыуын тамашасы аңлар», – ти Айгиз Ғабдуллин. Төп ролде – Дилбәрҙе – Азалия Ялмыр­ҙина, Илһамды Стәр­летамаҡ башҡорт драма театрының йәш артисы Фәнил Толонғужин башҡара. Бүтән ролдәргә лә актер­ҙар, кастинг үтеп, һайлап алына.
Әйткәндәй, ошо көндәр­ҙә, йәғни 15 апрелдә, киске сәғәт 7-лә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Алмабикә» кинокартинаһының премьераһы була. Фильм тулыһынса әҙер булғас, режиссеры Айгиз Ғаб­дуллин уны Башҡортостан юлдаш телеканалына тәҡдим итмәксе. Тиҙҙән «зәңгәр экран»дан ауыл ерендә төшөрөлгән «Алмабикә» фильмы күрһәтел­һә, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, киреһенсә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, уны ҡарарға тырышығыҙ.

Т. АМАНОВ.