-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Апрель 2011, 15:41

Бейеүселәр еңеү менән ҡайтты

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының «Нәжәғәй» бейеү ансамбле Мәскәүҙең «Атлант» балалар ижадын үҫтереү фонды Иваново ҡалаһында үткәргән «Алтын балдаҡ» Х Рәсәй бейеү конкурсына барып ҡайтты.

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бихисап коллектив ҡатнашҡан. Конкурста ҡатнашыусылар молдаван, грузин, сиған, казак, рус, ҡаҙаҡ, поляк бейеүҙәре менән таныштыр­ған.
Беҙҙең коллектив Луиза Иҙрисова етәкселегендә «Башҡорт һылыуҙары», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Һуҫар», «Шаян ҡыҙҙар», «Кәкүк», «Заһиҙә» бейеүҙәрен әҙерләп алып барғайны.
Ике көн буйы барған мәртәбәле конкурс еңеүҙәр ҙә алып килде. Лиана Юлмөхәмәтова менән Камила Ғүмәрова 1-се урынды алып ҡыуанһа, ансамбль 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Баһалама ағзалары «Кәкүк» һәм «Шаян ҡыҙҙар» бейеүҙәрен дә юғары баһаланы.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.