-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Апрель 2011, 15:08

«Моңдонъя» яңылыҡтары

Тағы ла бер «фабрика»«Йондоҙҙар фабрикаһы» проекты ҡасандыр тамашасыларҙың яратып ҡараған музыкаль тапшырыуы ине. Эстарадаға әле яңы ғына аяҡ баҫыусы йәш таланттарҙың тормошон, уларҙың шоу-бизнес тигән донъяға нисек юл ярыуын күҙәтеү, яңы йырсыларҙың ниндәй шарттар­ҙа тыуыуын кү­реү, ысынлап та, күптәрҙе ҡыҙыҡ­һын­дыр­ҙы. Хатта ете «фабрика» эшләп ташланылар. Әммә фабрика үҙ «йондоҙ»­ҙарын «эшләп» сығар­ғас, уларҙың халыҡҡа барып етә аламы икәнен дә белергә тейештер. Әле Беренсе каналда асылған «Йондоҙҙар фабрикаһы» проекты үҙенең емештәренең бөгөнгө көндә нимәгә өлгәшеүен һәм бөгөн ҡайһыһы «иң-иң» булырға лайыҡлы икәнен белер өсөн ойошторолған. Марк Тишман, Ирина Дубцова, Влад Соколовский, Анастасия Кочеткова, «Инь-янь», «Фабри­ка» төркөмдәре һәм тағы ла бихисап «фабрикасы»ның яҙ­мышына битараф булмағандар тағы ла яратҡан йырсыларының тормошона яҡынданыраҡ күҙ һала ала.

Тағы ла бер «фабрика»
«Йондоҙҙар фабрикаһы» проекты ҡасандыр тамашасыларҙың яратып ҡараған музыкаль тапшырыуы ине. Эстарадаға әле яңы ғына аяҡ баҫыусы йәш таланттарҙың тормошон, уларҙың шоу-бизнес тигән донъяға нисек юл ярыуын күҙәтеү, яңы йырсыларҙың ниндәй шарттар­ҙа тыуыуын кү­реү, ысынлап та, күптәрҙе ҡыҙыҡ­һын­дыр­ҙы. Хатта ете «фабрика» эшләп ташланылар. Әммә фабрика үҙ «йондоҙ»­ҙарын «эшләп» сығар­ғас, уларҙың халыҡҡа барып етә аламы икәнен дә белергә тейештер. Әле Беренсе каналда асылған «Йондоҙҙар фабрикаһы» проекты үҙенең емештәренең бөгөнгө көндә нимәгә өлгәшеүен һәм бөгөн ҡайһыһы «иң-иң» булырға лайыҡлы икәнен белер өсөн ойошторолған. Марк Тишман, Ирина Дубцова, Влад Соколовский, Анастасия Кочеткова, «Инь-янь», «Фабри­ка» төркөмдәре һәм тағы ла бихисап «фабрикасы»ның яҙ­мышына битараф булмағандар тағы ла яратҡан йырсыларының тормошона яҡынданыраҡ күҙ һала ала.

Алла Пугачева яңы «йондоҙҙар» асырға ниәтләй

Апрель урталарында «Фактор А» тигән яңы проект асыласаҡ. Уны Рәсәй эстрадаһы примадоннаһы Алла Пугачева етәкләйәсәк. Пугаче­ва был проектын Рәсәй телевидениеһының иң алдынғы музыкаль проекты буласаҡ тип билдәләгәйне. Әммә, кастинг үткәрә башлағас, был һүҙҙәре өсөн үкенергә лә тура килгәндер. Сөнки ул көткән яңы тауыштар, асыш булырҙай яңы йөҙҙәр, үҙенсәлекле сығыштар күренмәгән. Примадонна проектҡа ысын талантлы йәштәрҙе генә йыймаҡсы. Бында бер кемгә лә ниндәйҙер яҡлау юҡ, таныштарының ул-ҡыҙҙары ла сират көтөп кенә кастингыға инә. Тиҙҙән яңы «йондоҙ»ҙар асыусы проект «Россия» телеканалында күрһәтелә башлаясаҡ.