ти йырсы һәм актер Сергей Лазарев
Сергей Лазарев 1983 йылдың 1 апрелендә Мәскәүҙә донъяға килгән. Алты йәшенән гимнастика менән шөғөлләнә башлай, әммә тиҙ үк тормошта һайлаясаҡ юлы гимнастика түгеллеген аңлай. Малай В. Локтев исемендәге ансамблдә йырлай башлай, шул уҡ ваҡытта Покровский театрында ла уйнай. 1995 йылдан «Непоседы» балалар ансамбленә йөрөй, ә 1997 йылда «Утренняя звезда» музыкаль конкурсында еңеү яулай, «Ералаш» тапшырыуында төшә. Алдынғы театр вузына уҡырға инә. Шунда уҡып йөрөгән мәлендә «Непоседы» ансамблендә йырлаған сағынан уҡ дуҫ булған Влад Топалов менән «Smash!!» музыкаль проектын бойомға ашыра. 2002 йылда улар Юрмалала үткән «Новая волна» конкурсында еңеү яулай һәм тәүге клиптары ярты йыл буйы МТV каналы хид-парадында тәүге баҫҡыста була. Эше артыҡ күп булыуына ҡарамаҫтан, Пушкин исемендәге театрҙа «Ромео һәм Джульетта» спектаклендә уйнарға ла ваҡыт таба Сергей һәм унда төп ролде башҡара.
Февраль айында күптән көтөлгән «Freeway» исемле тәүге альбомдары сыға һәм шунда уҡ алтын альбом статусын алып, миллиондан ашыу тираж менән һатыла.
2004 йылда «Smash!!» төркөмөнөң икенсе һәм һуңғы альбомы донъя күрә. «2nite» тип атала ул. Ошо уҡ йылдың аҙағында егет төркөмдө ташлап, үҙенең айырым карьераһын башлай. Театрҙа ла уйнарға өлгөрә. 2005 йылдың 1 декабрендә Сергей үҙенең тәүге альбомын сығара. 12 композицияның һигеҙе Лондонда бөтә донъяға билдәле продюсер, Бритни Спирс, Энрике Иглесиас, Роб Томас кеүек башҡарыусылар менән эшләүсе Брайан Роулинг ярҙамында яҙҙырылған.
Сергей Лазаревтың уңыштары береһенән икенсеһе ҙурыраҡ. Ул «Чайка» театр премияһына лайыҡ булып, үҙенең актер булараҡ та профессионал икәнен иҫбатлай. Бер-бер артлы альбомдары сыға, видеоклиптар төшөрөлә. «Танцы на льду» (икенсе урын) һәм «Цирк со звездами» (беренсе урын) телевизион конкурстарында ла ҡатнаша.
Англияла үҙенең инглиз телен камиллаштырыу менән шөғөлләнә, әллә күпме китап уҡып сыға. Бер нисә фильмдың руссаға тәржемәһен уҡый. «Альфа һәм Омега» йәнһүрәтендәге төп герой – Хамфри исемле бүре лә тап уның тауышы менән һөйләшә. Әлеге йәнһүрәттә ул һөйгән ҡыҙы Лера Кудрявцева менән бергә эшләй, Лера йәш бүре Кейттың һүҙҙәрен уҡый.
Тормошта бер нәмә лә еңел генә бирелмәй, тип һанай Сергей. «Мин бер ҡасан да бирешмәҫкә тырышам, хатта еңелгән осраҡта ла үҙемә фәһем алам. Кешеләр күңелендә тыуған яҡты образға тура киләмдер. Сөнки һәйбәт тәрбиә алғанмын, эшләргә яратам, бер нәмә лә – тамашасы һөйөүенең дә, ниндәйҙер наградаларҙың да күктән төшмәүен һәм бының өсөн ныҡлап тырышырға кәрәклеген һәйбәт аңлайым. Театрмы был, музыкаль эстрадамы – һәр ваҡыт ҡайҙа барғанымды һәм ниндәй маҡсат өсөн эшләгәнемде беләм»,– тип белдерә ул үҙенең бер интервьюһында.
ҡайһы бер «йондоҙ»ҙар кеүек наркотиктар, алкоголле эсемлектәр менән дә мауыҡмай. Наркотиктарға ҡырҡа ҡаршы. Алкоголде лә бик һирәк һәм самаһын белеп кенә ҡуллана, ә сәхнәгә сығыр алдынан бәғзе берәүҙәр кеүек, ҡыйыулыҡ өсөн, тип төшөрөп алыуҙы үҙенә бер ҡасан да рөхсәт итмәй. Спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып барырға тырыша. Шуға күрә тамашасы һөйөүен яулауы ла бер ҙә аптыратырлыҡ түгел. Һәләт тәбиғәттән бирелһә лә, бары тик ихтыяр көсө, үҙ эшеңә тоғролоҡ һәм мөкиббән китеп хеҙмәт итеү генә лайыҡлы емештәрен бирә бит.