-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Апрель 2011, 17:02

Музыка Олимпына баҫҡыстар

СССР-ҙың халыҡ артисы Григорий Пономаренко исемендәге I халыҡ-ара рус йырҙары һәм романсы конкурсында йәш башҡорт йырсыһы Салауат Мөхәмәтйәров беренсе урынды яуланыКилендәре Гөлназдан «Ура! Беренсе урын!» тигән ҡыҫҡа ғына йөкмәткеле смс-хәбәр килгәс, Ғәзимә Кәтип ҡыҙы, ниһайәт, еңел тын алды, ун көн буйына улы өсөн тулҡынланып, борсолоуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Оло шатлыҡты өйҙәгеләргә еткерергә ашыҡты: «Салауат конкурста беренсе урынды алған!».

Музыка Олимпына баҫҡыстар
СССР-ҙың халыҡ артисы Григорий Пономаренко исемендәге I халыҡ-ара рус йырҙары һәм романсы конкурсында йәш башҡорт йырсыһы Салауат Мөхәмәтйәров беренсе урынды яуланы
Килендәре Гөлназдан «Ура! Беренсе урын!» тигән ҡыҫҡа ғына йөкмәткеле смс-хәбәр килгәс, Ғәзимә Кәтип ҡыҙы, ниһайәт, еңел тын алды, ун көн буйына улы өсөн тулҡынланып, борсолоуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Оло шатлыҡты өйҙәгеләргә еткерергә ашыҡты: «Салауат конкурста беренсе урынды алған!».
ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул, улдары бәйгенең ниндәйендә уңыш ҡаҙанған бит: СССР-ҙың халыҡ артисы Григорий Понома­ренко исемендәге Беренсе халыҡ-ара рус йырҙары һәм романсы конкурсында! Вокалист өсөн был ниндәй мәртәбәле еңеү икәнлеген аңлатып-төшөндөрөп тороу артыҡ: жюриҙағы Рәсәй, Украина, Белоруссияның танылған вокал сәнғәте оҫталары береһенән-береһе һәләтлерәк, моңлораҡ егет һәм ҡыҙҙар араһында йәш башҡорт йырсыһы Салауат Мөхәмәтйә­ровты айырым билдәләп, уға плюс билдәһе менән «бишле» ҡуйҙы, ижади потенциалын юғары баһаланы (гран-при – Краснодар консерваторияһының бишенсе курс студенты Николай Колчевскийҙа).
– Краснодарҙа ойошторолған конкурсҡа Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәренән, башҡа илдәрҙән йөҙ илленән ашыу йырсы йыйылғайны, – тине Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлеге студенты, тәьҫораттары менән бүлешеп. – Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы солисы Илфир Солтанов менән Башҡортостандан икәү барҙыҡ. Республика­быҙҙың, уҡыу йортоноң да­нын яҡлар, уҡы­тыу­сылары­быҙҙың абруйын арттырыр, һәләтебеҙҙе бар тулылығында күрһәтер өсөн хәлдән килгәнсә тырыштыҡ ин­де, был йәһәттән һис кем үпкәләй алмаҫ.
Егеттәрҙең икеһе лә Башҡортос­тандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙан­ған артисы Йәмил Әбделмә­новтың уҡыусылары – Илфир академияны ике йыл элек тамамлаған, Салауатҡа тағы ла ике йыл уҡыйһы бар. Бәйге шарттары буйынса конкурсанттар тәүге турға өс йыр әҙерләй: ике халыҡ һәм Григорий Федоро­вичтың Сергей Колесников һүҙҙәренә яҙылған «Тирәктәр» («Тополя») йырын. Башҡорт милли кейемендә сәхнәгә сығып, ҡурай уйнап, «Азамат» һәм «Абдрах­ман»ды башҡарған Сала­уаттың тәрән, моңло, бай тауышы һәр кемде хайран итә. Мәртәбәле конкурс­ҡа, әллә нимәгә өмөт итмәй, тик башҡаларҙы күрергә, дөрөҫөрәге, ишетергә килгән егет жюри ағзаларының маҡтау һүҙҙәренән, яҡшы баһаларынан бер аҙға юғалып ҡала. «Тының ҡалай оҙон!», «Йырҙарҙы биге­рәк хисле башҡараһың», «Йө­рәгең ғәжәп моңло», – тиҙәр уға. Ә инде икенсе турҙан һуң еңеүселәрҙе атағанда, лауреаттар араһында үҙенең исем-шәрифен ишетеп, ышанмайыраҡ тора. Ә шулай ҙа йондоҙло сәғәтендә тыуған: «Был уңыш тәү сиратта яуаплылыҡ бит», – тигән уйҙы күңеленә һалып ҡуя.
Салауат, егәрле, ты­рыш ата-әсә­һенән күрмәксе, «Егет кешегә ет­меш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигәнде бала саҡтан ҡанына һеңдергән. Шуға ла уның өсөн «белмәйем» тигән һүҙ ят – белмәгәнен белергә ынтыла, яңы һөнәрҙе үҙләштереү уның өсөн иң ҡыҙыҡлы шөғөл­дәр­­ҙең береһе. Уча­лы районының Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән егет мәктәптә уҡығанда уҡ ҙур теләк менән ҡурай түңәрәгенә йөрөй, «Ирәмәл» балалар бейеү ансамблендә лә ихлас шөғөлләнә, спорт ярыш­та­рын­да ла ҡатна­шыр­ға өлгөрә. Яҙмы­шын сәхнә менән бәйләргә ныҡлап ниәтләгәс, флейтала, фор­тепьянола, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә. Музыка грамотаһы тәүҙә уның өсөн до-диез, дубль-бемоль, ре-мажор­ҙар­ҙан торған ҡа­раң­ғы, шыҡһыҙ «ур­ман» һымаҡ тойол­һа ла, һуңынан иҫ киткес гүзәл донъяға асҡысҡа әйләнә. Йәнһеҙ ноталарға йән өрөп, хис-тойғоларҙы бар тулылығында асып бирер өсөн йырҙы йөрәгең аша үткәрергә кәрәк, ти «Гәлсәр һандуғас» телевизион проекты аша республикаға үҙен танытҡан Учалы егете: «Мәғәнәһеҙ, бер көнлөк йырҙарҙы йәнем һөймәй, тамашасылар зауығын боҙорға хаҡым да юҡ. Йыр булғас, ысын йыр булһын ул – тетрәндерһен, сафландырһын, уйландырһын!» Шуға ла репертуарына йырҙарҙы бик етди, талапсан һайлай, халыҡ йырҙарына, романстарға өҫтөнлөк бирә, ә киләсәктә үҙен опера йырсыһы итеп күрә.
Әйткәндәй, уларҙың ғаиләһендә сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше юҡ. Әсәйҙәре Ғәзимә Кәтип ҡыҙы – Уральск урта мәктәбе уҡытыу­сыһы, ғаилә башлығы Рәмил Әхмәҙулла улы «Байрамғол» агрофирмаһында баш агроном вазифаһын башҡара. Мөхәмәтйәров­тарҙың дүрт улы ла «Ирәмәл»дә бейеһә лә, ысын «артист» берәү генә: өлкән улдары Рөстәм агрофирмала эшләй, Ринаттары Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында уҡый, кинйәләре Азамат туғыҙынсы синыфта белем ала. Улар, һәр йәһәттән башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ бер туғандар, Салауаттың уңышына эскерһеҙ ҡыуана, уның менән ғорурлана, маҡсаттарын тормошҡа ашырырына ышана: «Һәләтле генә түгел, тырыш та бит ул». Ә Салауат Мөхәмәтйәров үҙен, мин әле йырсы түгел, өйрәнсек кенә, ти: «Миңә үҫергә лә үҫергә, күп нәмәне белергә, өйрәнергә кәрәк». Тимәк, был егеттең барыһы ла алда әле.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.