-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Апрель 2011, 15:32

дискотекаҒа саҡырыу ҡағыҙы отоғоҙ!

«Заман башҡа – заң башҡа» тигән әйтем музыка донъяһын да урап үтмәй. Үткән быуаттың 90-сы йылдары менән бөгөнгө көн араһында 20 йылдан да әҙерәк ваҡыт үткән булһа ла, йырҙар бөтөнләй икенсе, әлеге йәштәрҙең за­уығы элеккенән күпкә айырылып тора. Ә туҡһанынсыларҙың яратҡан йырсыларын шул замандың яҡты хәтирәһе итеп иҫкә төшөрөргә генә ҡала. Сөнки бөгөн уларҙың күбеһе төрлө сәбәптәр менән сәхнәлә сығыш яһамай. Бүтән өлкәләрҙә үҙҙәрен һынаусылар ҙа байтаҡ.

Тамашасылар яратҡан йырҙарға, һағындырып киткән тауыштарға зарығып ултырмаһын, тип 90-сы йылдар дискотекаһын ойош­торорға булғандар ҙа инде. Тәүге тапҡыр ноябрь айында үткәрелгән концерт-дискотека меңдән ашыу кешене йыйған. Был үҙе үк был йылдарҙа популяр булған йырсыларҙың бөгөнгө көндә лә абруйы ҙур икәне тураһында һөйләй. «Аҡйондоҙ» төркөмө, мәҫәлән, бик оҙаҡ йылдар сәхнәлә күренмәгәндән һуң, йәнә бергә йыйылып сығыш яһап ҡына ҡалманы, ә рухланып китеп, хатта үҙ концертын да үткәрергә уйлай. Әммә концерттың маҡсаты – яратҡан йырсыларҙы ҡабат сәхнәгә сығарыу ғына ла түгел, ә дуҫтарса аралашыу мөхите тыуҙырыу. «Был бик ҡыҙыҡлы процесс булып сыҡты. Тәүге концерттан һуң бик һәйбәт фекерҙәр булды, шуға ла уны йылына ике тапҡыр уҙғарырға булдыҡ», – ти сараны ойоштороусыларҙың береһе Заһир ҡотлосурин.
Концерт-дискотека был юлы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ул «Ант», «Рух», «Хазина», «Етегән», «Шихан» төркөмдәрен, Нәркәс Сиражетдинова, Заһир Байыҡ, Гөлдәр Ишҡыуатова, Венер Камалов, Руслан Ниғмәтов, Гөлсөм Бикбулатова, Нәжип Юл­дашбаев, Артур Әлибәковтарҙы ҡайтанан бер сәхнәгә йыймаҡсы.
Концертҡа, моғайын, һеҙҙең дә барғығыҙ киләлер, тип уйлап, һеҙгә 90-сы йылдар эстрадаһына һәм йырсыларына ҡағылышлы бер нисә һорау тәҡдим итәбеҙ:
1. «Аҡйондоҙ» төркөмө үткән концертта нисә йыл сәхнәгә сыҡмай торғандан һуң бергә сығыш яһаны?
2. «Хазина» төркөмөнөң ҡурайсыһы кем?
3. Руслан Ниғмәтов ниндәй төркөмдөң етәксеһе булған?
4. Нәжип Юлдашбаев ниндәй төркөмдөң солисы ине?
5. «Лейтенантым», «Талип» йыр­ҙарын кем башҡара?
Ошо һорауҙарға дөрөҫ яуаптарҙы белһәгеҙ, йәһәтләп кенә беҙгә шылтыратып әйтегеҙ. Дөрөҫ яуап биреүселәр­ҙең береһе 9 апрелдә «Өфө уттары»нда үтәсәк 90-сы йылдар концерт-дискотекаһына йәрәбә буйынса ике кешелек саҡырыу ҡағыҙына эйә буласаҡ. Саҡырыу ҡағыҙын редакциянан килеп алырға кәрәк. Еңеүсе 4 апрелдә билдәләнә.
Яуаптарығыҙҙы «Йәшлек»тең электрон адресына ебәрә, йәки 273-31-01 телефонына шылтыратып, әйтә алаһығыҙ.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.