Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктәрҙе телер моң

Дәүер менән дәүерҙәрҙе тоташтырып, бауыр итен телеп, ҡурай моңо ағыла. Уның асылында монарланып ятҡан Урал тауҙары, мәғрур ҡарағайҙар урманы, икһеҙ-сикһеҙ далалар, сал халҡымдың данлы тарихы сағыла. Гүйә, һин ошо ҡәҙерле моң аша мәңгелек менән осраш­ҡандай булаһың. Күренекле ҡурайсы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашевты тыңлағандан һуң, ысынлап та, ошондай татлы күңел солғанышына уйылаһың. Башҡорттоң аҫыл ҡурайын тотош донъяға танытҡан, милли музыка ҡоралыбыҙҙың сикһеҙ мөмкинлектәрен асҡан ижадсыны тыңларға һәр кем ашҡына торғандыр. Һөйөндөрөргә ашығабыҙ – нескә лириканан алып тәрән драматик, оран булып яңғырарлыҡ әҫәрҙәр яңғыратҡан ҡурайсының 24 мартта киске сәғәт 7-лә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙур концерты була. Был кистә тамашасы Роберт Юлдашевты һәм уның «ҡурайсы» ансамбленең һоҡланғыс сығышын тыңлап кинәнәсәк. Р. КҮСЕМХАНОВА.

Дәүер менән дәүерҙәрҙе тоташтырып, бауыр итен телеп, ҡурай моңо ағыла. Уның асылында монарланып ятҡан Урал тауҙары, мәғрур ҡарағайҙар урманы, икһеҙ-сикһеҙ далалар, сал халҡымдың данлы тарихы сағыла. Гүйә, һин ошо ҡәҙерле моң аша мәңгелек менән осраш­ҡандай булаһың. Күренекле ҡурайсы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашевты тыңлағандан һуң, ысынлап та, ошондай татлы күңел солғанышына уйылаһың. Башҡорттоң аҫыл ҡурайын тотош донъяға танытҡан, милли музыка ҡоралыбыҙҙың сикһеҙ мөмкинлектәрен асҡан ижадсыны тыңларға һәр кем ашҡына торғандыр. Һөйөндөрөргә ашығабыҙ – нескә лириканан алып тәрән драматик, оран булып яңғырарлыҡ әҫәрҙәр яңғыратҡан ҡурайсының 24 мартта киске сәғәт 7-лә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙур концерты була. Был кистә тамашасы Роберт Юлдашевты һәм уның «ҡурайсы» ансамбленең һоҡланғыс сығышын тыңлап кинәнәсәк.

Р. КҮСЕМХАНОВА.
Читайте нас: