Бөтә яңылыҡтар

«Оло Уралдың ваҡыт ритмдары»

28–30 мартта Нефтекама ҡалаһында балаларҙың төбәк-ара эстрада һәм бал бейеүҙәре фестивале үтәсәк. Унда 9 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр коллективтары ҡатнаша. Фестиваль бейеү оҫталығын шымартыу, балаларҙың һәм йәштәрҙең буш ваҡытын, бейеүгә бағышлап, файҙалы һәм күңелле уҙғарыу, хореография сәнғәтен үҫтереү, ижади коллективтар араһында үҙ-ара бәйләнештәр урынлаштырыуға бу­лышлыҡ итеү маҡсаты менән уҙғарыла. Еңеүселәр дипломдар һәм махсус приздар менән бүләкләнә. Ғариза биреү һәм тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн ошо телефон буйынса шылтыратырға була: 8-(347) 289-62-00.

28–30 мартта Нефтекама ҡалаһында балаларҙың төбәк-ара эстрада һәм бал бейеүҙәре фестивале үтәсәк. Унда 9 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр коллективтары ҡатнаша.
Фестиваль бейеү оҫталығын шымартыу, балаларҙың һәм йәштәрҙең буш ваҡытын, бейеүгә бағышлап, файҙалы һәм күңелле уҙғарыу, хореография сәнғәтен үҫтереү, ижади коллективтар араһында үҙ-ара бәйләнештәр урынлаштырыуға бу­лышлыҡ итеү маҡсаты менән уҙғарыла. Еңеүселәр дипломдар һәм махсус приздар менән бүләкләнә.
Ғариза биреү һәм тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн ошо телефон буйынса шылтыратырға була: 8-(347) 289-62-00.

«Дуҫлыҡ хороводы»на рәхим итегеҙ

24 – 26 мартта Туймазы ҡалаһында асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестивале үтә.
Ул балалар араһында халыҡ бейеүҙәрен пропагандалау һәм үҫтереү, уларҙы йәштәрҙе эстетик йәһәттән тәрбиәләүҙә файҙаланыу һәм киләсәктә үҫеш перспективаларын билдәләү өсөн уҙғарыла. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-(347) 289-62-00, 8-(34712)-7-34-23.
Читайте нас: